Хөрмәтле дуҫтар!

“Киске Өфө” тигән башҡорт телендәге аҙналыҡ баҫманың блогында сәләмләйбеҙ һеҙҙе!

“Киске Өфө” республиканың мәғлүмәт баҙарында сағыштырмаса йәш баҫма.  Яңы баҫма яңыса ижад итергә тейеш, тигән хәҡиҡәтте бик ныҡ һанлап, уны төп ҡағиҙәбеҙ итеп алып,  матбуғат майҙанында үҙебеҙҙең ҡабатланмаҫ, үҙенсәлекле эҙебеҙҙе һалырға тырышыуыбыҙ бына. Беҙҙең был үҙенсәлек ниҙән ғибәрәт?  Беренсенән, беҙ гәзит сығармайбыҙ, ә ижад итәбеҙ.  Уҡыусыларға мәғлүмәт биреп кенә ҡалма, ә мәғлүмәттең төбөнә “ҡом һалып”, анализлап, уның  һутын һығып сығарып, йомғаҡлап, һәр кемде уйландырырлыҡ, аңын ҡуҙғытырлыҡ, ҡанын ҡайнатырлыҡ, сәмен уятырлыҡ, аҡылын  һәм һәләтен эшкә егерлек “емгә” әйләндер  – был журналист  алдына ҡуйылған тәүмаҡсат. Кемдәр гәзитебеҙҙә яҙылғандарҙың ошо тәьҫирен күтәрә ала – беҙҙе уҡый, кем күтәрә алмай – башҡа баҫманы үҙ итә. Нисек кенә булмаһын, еңел мәғлүмәткә өйрәнгәндәр өсөн түгел беҙҙең баҫма. Теләһә ниндәй криминаль хәлдәр, ғәйбәттәр, имеш-мимеш хәбәрҙәр менән мауыҡҡандар өсөн дә түгел гәзитебеҙ. Аҡылын күңел төпкөлөнә йәшереп, ғәмен, дәртен ойотҡандар ҙа уҡый алмаҫ уны. Уйлана белгәндәр өсөн ул “Киске Өфө”.

Ижад майҙанында еңеллек эҙләмәйбеҙ, уҡыусыларыбыҙға ла   еңел-елпе хәбәрҙәр менән күңел донъяларын сүпләргә  кәңәш итмәйбеҙ.  Беҙҙе бөгөн тормош шундай һынау алдына килтереп ҡуйҙы:  әллә ҡайҙа ситкә тайпылып китеп барабыҙ. Насар ғәҙәттәргә эйәреп, упҡынға табан атлайбыҙ. Заман шауҡымына эйәреп, асылыбыҙҙан, тамырҙарыбыҙҙан ситләшәбеҙ,  хатта  ата-әсә өгөтөн һанламайбыҙ. Кешенең иң ҙур трагедияһы, бар бәләләренең башы –асылыңдан ситләшеү. Ошо мәхшәрҙе туҡтатыр, халҡыбыҙҙы, бигерәк тә йәштәребеҙҙе тоғро юлға күндерер һүҙ кәрәк. Аҡһаҡалдар, ағинәйҙәр, Аҡмулла, Зәйнулла ишан һымаҡ дин әһелдәре, әҙиптәр, шағирҙар һүҙе. Ә гәзит-журнал, китап ижад итеүселәр  ошондай һүҙҙәрҙе ынйы бөртөгөләй йыйып, уларҙы бер епкә теҙергә  тейеш. Интернет селтәрен өҫтөн күргәндәрҙең дә бурысы ошолор. Һәр хәлдә, ниндәй генә сығанаҡтан алмаһын кеше мәғлүмәтте, аҫыл һүҙ ҡомартҡыһын күҙенә элгәндәр, иманына  ҡайтҡандар ғына  имен-аман үтә алыр заман һынауҙарын. Иманына ҡайтҡандар ғына ахырызаман мәхшәренән имен ҡалыр. Бына ниндәй оло бурыс йөкмәтелгән һүҙ менән эш итеүселәр иңенә. Беҙ, “Киске Өфө” гәзите коллективы, ошо яуаплылыҡты тойоп эшләйбеҙ. Шуға ла матбуғат майҙанында сиҙәм аҡтарып, үҙ юлыбыҙҙы һалабыҙ…

Әйткәндәй…

Бер риүәйәт: ”Бер саҡ Хоҙай Тәғәлә кешеләрҙең туҡтауһыҙ зарланыуынан, уфылдауынан арып киткән һәм  уларҙан ҡайҙалыр йәшеренеп, ял итеп алырға булған. Шул саҡ фәрештәләренең береһе Уға шундай кәңәш биргән:”Хаҡ Тәғәләбеҙ, ҡайҙа ғына йәшеренһәгеҙ ҙә, кешеләрҙең зарынан  ҡотола алмаҫһығыҙ, улар Һеҙҙе Кафтау башына ҡасһағыҙ ҙа, диңгеҙ төбөнә төшһәгеҙ ҙә табасаҡ. Кеше таба алмаҫлыҡ бер генә урын бар: ул кешенең  күңелендә. Шунда йәшеренегеҙ. Кеше бер ваҡытта ла үҙенең күңеленә күҙ һалмай…” Бына шулай. Бәхетле, уңышлы, өлөшлө, эшле һәм ашлы булыр, тормош маҡсатыңа өлгәшер өсөн бары тик үҙ күңелеңә күҙ һалыу етә, тигәнгә ишара был. Быларға өлгәшеү өсөн “Киске Өфө” нө уҡығыҙ, ундағы фекер-кәңәштәрҙе ҡундырып алығыҙ күңелегеҙгә, тигәнде лә өҫтәп ҡуям. Аҡылығыҙҙы ойотмағыҙ, дуҫтар!

Гөлфиә ЯНБАЕВА,
“Киске Өфө” гәзитенең баш мөхәррире,
Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.

Комментирование закрыто.