Һәр кем күңелендә онотолмаҫ ваҡиғалар йәшәй. Ә һеҙҙең хәтер ниндәй тарих һаҡлай?

Ризван ХАЖИЕВ,  Башҡортостан Республикаһының ХII саҡырылыш  Юғары Советы  халыҡ депутаты, журналист: Йылдар үткән, кеше олоғайған һайын, хәтер ебе лә тарҡала, арҡан осо һымаҡ һүтелә, сүбәкләнә, тормоштоң төрлө осоронда һин ҡатнашҡан ваҡиғалар тоноҡлана башлай.  Ләкин күпме ваҡыт үтһә лә, һаман онотолмай, күңел күгендә сағыу йәйғор төҫлө  балҡып торғандары ла байтаҡ. 1990 йылдың 11 октябрендә Башҡортостан Республикаһының Дәүләт  суверенитеты яуланыуын тап шундай ваҡиғаларҙың береһе тип  атар инем. 1990 йылдың 10  октябрендә  Өфөнөң  Совет һәм Фрунзе (хәҙер – З.Вәлиди) урамдары  киҫешкән юл сатын төйәк иткән  Ижтимағи-сәйәси үҙәктең Ҙур залында  БССР  Юғары Советының  III сессияһы асылды. Уның көн тәртибенә туғыҙ мәсьәлә ҡуйылһа ла, һөйләшеү, ҡыҙыу-ҡыҙыу бәхәстәр уның тәүгеһе – “Башҡорт Совет  Социалистик  Республикаһының Дәүләт суверенитеты  тураһында  декларация” проекты тирәһендә өйөрөлдө. Юғары Совет рәйесе Мортаза Рәхимов, сессияны асып, көн тәртибе раҫланғас, тәүге һүҙҙе Декларация проектын әҙерләү комиссияһы рәйесе Юрий Деминға бирә. Ул проект тексын уҡып бөтөү менән, әле бер, әле икенсе депутат трибунаға атлыҡты, залдағы ике микрофонға ла оҙон сират теҙелде. Бәхәстәр ҡыҙғандан-ҡыҙа, зал бал ҡорттары айырылғанды хәтерләтеп, гөжләй, айырым күстәргә ойошоп, шаулай – сыҙа ғына! Шул саҡ көтмәгәндә ут күршебеҙ – Татарстан  Яҙыусылар союзы рәйесе Ринат Мөхәмәҙиевҡа һүҙ бирелә. “Һаумыһығыҙ, ҡәҙерле башҡорт дуҫтар! – тип бөтәһен дә ғәжәпләндереп, саф башҡортса башланы ул телмәрен.- Бөгөнгө сессияла башҡортса яңғыраған тәүге һүҙ был, ә һеҙ үҙ телегеҙҙә сығыш яһарға оялып ултыраһығыҙ.- Уның был һүҙҙәре үҙҙәрен башҡорт тип  йөрөткән  депутаттар сәменә уҡ һымаҡ барып ҡаҙалды. Улар бер-береһенә ҡарашып, өнһөҙ ҡалды, оялыштарынан ҡыҙарынып, баштарын түбән эйҙе. “Бында ҡайһы берәүҙәр,- тип дауам итте һүҙен Ринат Мөхәмәҙиев,- Декларацияны  бөтә халыҡ референдумына сығарып тикшертмәксе. Минеңсә, был -  әхлаҡһыҙлыҡ, сөнки ул башҡорт халҡы файҙаһына булмаясаҡ. Ә бит Ер шарында башҡорт халҡы үҙенең дәүләтселек хоҡуҡтарын тормошҡа ашырырлыҡ  башҡаса бер генә милли-территориаль  биләмә лә юҡ, Башҡортостан – уның берҙән-бер аҫаба биләмәһе”.
Көслө алҡыштар  Ҙур залдың  бейек көмбәҙен тетрәтеп ебәрҙе… Икенсе көн, йәғни 11 октябрҙә, сессия барған бинаны пикетсыларҙың тығыҙ ҡулсаһы уратып алғайны. Милли кейемдәге башҡорт атлылары ла күренеп ҡалды. Ишек төбөндәге милиционерҙарға мандаттарыбыҙҙы күрһәтеп, көс-хәл менән эскә үтәбеҙ. Арттан “Суверенитет!” тип хор менән ҡысҡырған тауыштар яңғырай. Кисә индерелгән өҫтәмәләр, төҙәтмәләр менән яңыртылған Декларация уҡыла, һәр пункт асыҡ тауыш биреү юлы менән нығытылып бара, әммә урамдағы халыҡҡа был ғына етмәй: исемләп тауыш бирергә кәрәк. Тиҙ генә бюллетендәр әҙерләнә, һәм депутаттар йәнә тауыш бирә. Һөҙөмтәлә, тик бер генә депутат – Иван Андреевтың ғына  ҡаршы тауыш биреүе асыҡлана. Ниһайәт, иҫәп комиссияһы Башҡортостандың Дәүләт суверенитеты тураһында Декларацияның ҡабул ителеүен белдерә. Депутаттарҙың көслө “Ура!” ҡысҡырыуынан сессия залы урынынан ҡуҙғалғандай була. Беҙ бер-беребеҙҙе ҡосаҡлайбыҙ, үбәбеҙ, ә күҙҙәрҙән субырҙап йәштәр аға, тик быны бер кем дә йәшермәй, һөртмәй, сөнки еңеү, берҙәмлек шатлығынан атылып сыҡҡан изге, саф йәштәр ине улар…

Маһинур ҮТӘБАЕВА,  РФ мәғариф отличнигы, Сәйәси репрессия ҡорбандарының Рәсәй ассоциацияһы ағзаһы: Илебеҙҙең киң мәғлүмәт сараларында  5 мартта Сталиндың үлгән көнө айҡанлы һүҙ ҡуйыртылды. Бынан  алдараҡ та Волгоград ҡалаһына уның исемен ҡайтарыу тураһында шау-шыу булып алғайны. Сталинға мөнәсәбәт төрлөсә: уны күрә алмаусылар ҙа, яҡлаусылар, яуызлығын аҡлаусылар ҙа күп, ләкин был шәхескә битарафтар ғына юҡтыр, моғайын. Сталиндың үҙ халҡына ҡарата ҡылынған ауыр енәйәте -  ҡаты золом эҙемтәләренә битарафтар бар икән, тимәк, улар кеше түгел, минеңсә. Ғөмүмән, шәхес культы йылдарында  илдә репрессия еле ҡағылмаған ғаиләләр бик аҙ булғандыр. Мин иһә быны сабый ғына сағымдан үҙ башымдан кисерҙем: ғаиләбеҙ 1931 йылда уҡ Себергә һөрөлә, шунда уҡ 1937 йылда атайым, ваҡытында Әхмәтзәки Вәлиди Хөкүмәте ағзаһы булып тороуҙа ғәйепләнеп, ҡулға алына. Беҙҙең бәхеткә, 1940 йыл ул төрмәнән сығарыла, һәм беҙ шунда, Себерҙә вафат булып ҡалған әсәйемдең ҡәберен ҡалдырып, Баймаҡҡа әйләнеп ҡайта алдыҡ. 60 йылдан ашыу ғүмеремде мәғариф һәм йәмәғәтселек эшенә бағышлаған  кеше булараҡ, ғәйепһеҙгә ҡулға алынып, 1937-1938 йылдарҙа атылған биш  наркомдың -  30-сы йылдарҙа Башҡортостандың мәғариф буйынса халыҡ комиссарҙары булып эшләгән аҫыл шәхестәребеҙҙең аяныслы яҙмышы  борсоно мине ғүмерем буйы. Мин улар хаҡында һәм, ғөмүмән, репрессия темаһына бик күп яҙҙым, золом ҡорбандарының яҙмыштарын өйрәндем, эҙләндем, бик күп мәғлүмәттәр тупланым. Әлеге быуындарға әйтер һүҙем шул: нахаҡҡа ҡорбан булған шәхестәребеҙҙе онотмайыҡ!  Бына әлеге биш наркомдың исем-шәрифтәрен әйтеп үтәм: Ибраһим Хафиз улы Абыҙбаев -  1901 йылда Белорет районы Сермән ауылында тыуған, 1937 йылдың 8 декабрендә атыла; Кәрим Абдулла улы  Иҙелғужин, 1895 йылда Ырымбур губернаһында тыуған, 1937 йылдың 21 ноябрендә атыла; Әхмәт Рыҫмөхәмәт улы Иҫәнсурин – 1897 йылда Ырымбур губернаһында тыуған, 1930 йылда мәғариф буйынса халыҡ комиссары булып эшләй, аҙаҡ партия Өлкә Комитеты секретары итеп тәғәйенләнә.1938 йылдың 10 июлендә атыла; Риза Вахит улы Әбүбәкеров – 1902 йылда Салауат районында тыуған, 1930-1935 йылдарҙа мәғариф комиссары була. 1937 йылдың 3 октябрендә атыла; Ғөбәй Кирәй улы Дәүләтшин – 1893 йылда Һамар губернаһында тыуған. 1935-1937 йылдарҙа мәғариф комиссары булып эшләп йөрөгәндә  нахаҡҡа ғәйепләнеп ҡулға алына һәм 1938 йылдың 9 июнендә атыла. Рәсми мәғлүмәттәр буйынса, 1930-1950 йылдарҙа Башҡортостанда 50 меңдән ашыу кеше сәйәси репрессия ҡорбаны була. Киләсәгебеҙ – өмөтлө, бөгөнгөбөҙ  сыуаҡ булһын, тиһәк, тарихыбыҙҙың аяныслы биттәренә лә йышыраҡ күҙ һалайыҡ, тимәксемен.

Фәрит ВАХИТОВ, Республика  Хәрби дан музейы хеҙмәткәре, журналист: Әлбиттә, Бөйөк Ватан һуғышының  әсе хәтирәһе онотолорлоҡ түгел. Үҙем һуғышта ҡатнашмаһам да ( ул ваҡыт миңә ни бары 8 йәш ине), гармун уйнап, йырлашып һуғышҡа киткән ир-егеттәрҙе ауыл ҡапҡаһы төбөндә оҙатып ҡалыуым бөгөнгөләй хәтеремдә. Һуғышҡа киткәндәр араһында минең бер туған Миңнәхмәт ағайым да бар ине. Ат ене ҡағылған бер кеше булды. Колхозда ат ҡараусы булып эшләп йөрөгән еренән фронтҡа оҙатылды, унда ла аттарынан айырылманы: 9-сы кавалерия полкында (ул саҡ 1926 йылғыларҙы  Алыҫ Көнсығышҡа оҙатҡандар)  әҙерлек үткәс, ағайым 32-се казактар полкына эләгә һәм 18 йәше тулып, бер-ике ай үткәс,  1945 йылдың 1 ғинуарында һәләк була. Үкенес, ә Еңеүгә ни бары дүрт ай ғына ҡалған була… Әйткәндәй, бына тиҙҙән, 2015 йылда, илебеҙ халҡы  Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығын билдәләйәсәк. Шул көн яҡынайған һайын, үҫмер генә көйө яуҙа ятып ҡалған ағайым иҫтәлеге күңелемде  тағы ла нығыраҡ һыҙландыра. Ә күпме булған  ундай ҡорбандар тотош дүрт йылға һуҙылған был һуғыш осоронда!  Уның бер йылы ғына ла ун йылға торошло булғандыр, уйлап ҡараһаң… Ағайымдың фронттан яҙған хаттарынан, утлы яу эсенән иҫән ҡайтҡан ветерандар менән күп тапҡырҙар осрашып һөйләшеүҙәрҙән, һуғыш тураһындағы әҫәрҙәрҙән, тарихи мемуарҙарҙан тупланды хәтерҙәге был тарих. Шуға ла миңә бик яҡын һәм изге был тема. Уның буйынса мин бик күп мәғлүмәттәр тупланым, мәҡәләләр яҙҙым, тик уның осона сығып етерлек түгел. Әле бына 13 йыл буйына республикабыҙҙың Хәрби дан музейында эшләп йөрөүем дә ана шул тарихҡа тоғролоҡтан, ағайым ише миллиондарҙың  ҡаһарманлығына  һоҡланыуҙан, улар менән ғорурланыуҙан киләлер, тимен. Үҙебеҙҙең 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһын ғына алып ҡарайыҡ. Бөйөк Ватан һуғышында 100-ләгән ана шундай дивизия булған һәм уларҙан бөтәһе 106 яугир Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ булған. Ә бит шуларҙың  78-е – башҡорт атлылары! Ғорурланмаҫлыҡмы ни был факт! Мин заманында “Беҙ – шайморатовсылар” тип хаҡлы рәүештә күкрәк ҡағып йөрөгән бик күп ағайҙарҙы – ветерандарыбыҙҙы белә инем. Бына ошондай ҡаһарман яугирҙар дивизияһының арыҫлан йөрәкле командиры – генерал  Миңлеғәле Шайморатовҡа юҡҡа ғынамы ни беҙ Герой исеме юллайбыҙ?! Тик был эште туҡтатып ҡалдырырға ярамай, тарих хәтере тере. Мәгәр уның хаталарын төҙәтергә бер ҡасан да һуң түгел.

Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА яҙып алды.

 

Эта запись была опубликована в рубрике Әйт, тиһәгеҙ.... Добавить в закладки ссылку.

Оставить комментарий