“Өфөлә йәшәһәм, бәхетле булыр инем”, тип хыялландыңмы? Өфөлә йәшәүең менән бәхетлеһеңме?

Асҡар НАГАЕВ, Өфө дәүләт сәнғәт институты студенты, “Өфөнән, һөйөү менән!” фильмында төп ролде башҡарыусы: Дөрөҫөн әйткәндә, мин үҙем Өфөлә тыуһам да, өс йәшемдән алып тыуған ҡаламды күреү, унда ҡайтыу хыялы менән йәшәнем, сөнки ғаиләбеҙ менән баш ҡаланан Норильскиға күсеп киткәндә миңә өс кенә йәш ине. Мин ул ваҡыттарҙы әҙерәк иҫләйем: Өфө урамдарындағы телефон будкалары күҙ алдымда тора, ә ҡала нисектер бәләкәйерәк тә, күңелһеҙерәк тә һымаҡ ине. Ун биш йылдан ашыу ваҡыттан һуң  тыуған ҡалама әйләнеп ҡайттым бына. Тик уны хәҙер танырлыҡ та түгел! Мегаполистарҙан һис тә ҡалышмай: күккә ашҡан күп ҡатлы офис  биналары, торлаҡ йорттар ҡалҡып сыҡҡан. Баш ҡалабыҙ яҡты, йәшеллеккә, сәскәләргә күмелгән, урамдар киң, иркен. Ә таҙалығы, ҡала кешеләренең яғымлығы яғынан мин Өфөнө үҙем йәшәп киткән Норильск менән бер ҙә сағыштыра алмаҫ инем. Етмәһә, минең кеүек велосипедта йөрөргә яратыусылар өсөн айырым юл бүленгән.  Ҡыҫҡаһы, дуҫтарың менән осрашып, һөйләшеп ултырыр, ял итер урындар бик күп. Быларҙың күбеһен мин фильм төшөргәндә лә күрҙем. Хәҙер Өфөнөң үҙәк урамдарының береһендә йәшәгәс, көн дә һоҡланам  ҡалабыҙ матурлығы менән. Өфөгә ҡайтыуым менән бик бәхетлемен. Бында ҡайтыуымдың  төп маҡсаты – уҡыу. Белем алып, актер һөнәре серҙәренә төшөнөү. Әйткәндәй, талантлы режиссер  Айнур Асҡаровтың  “Өфөнән, һөйөү менән!” фильмында ҡатнашыу минең өсөн бик ҙур бәхет, тормошомдоң уңышлы бер ваҡиғаһы  булды. Фильм геройы Урал да бит Өфөнө бик ярата, ошонда ҡалғыһы, үҙенә рухташ дуҫтар тапҡыһы, кешеләргә файҙа килтереп, мәғәнәле тормош менән йәшәгеһе килә. Шул хыялы хаҡына ул хатта яратҡан өләсәһенең теләгенә ҡаршы килеүҙән дә ҡурҡып тормай. Эйе, Аллаһ бирһә, яҡшы итеп уҡыуҙы тамамлағас, мин дә баш ҡаламда ҡалырға, ошонда эшләргә теләр инем, әгәр эш урыны булһа. Әлегә – баш ҡалабыҙҙа һәм, ғөмүмән, Башҡортостанда  йәшәүсе бөтөн яҡташтарыма  уңышлы көндәр, тормоштарында шатлыҡ-ҡыуаныстар  теләйем. Бөтәгеҙгә лә ҡайнар сәләмдәр һәм һөйөү менән – Өфөнән  мин булырмын!

Зөһрә ҠОТЛОГИЛДИНА, шағирә, журналист: Минең өсөн Өфө тыуған ҡалам кеүек. Беренсенән, ошонда килеп төйәкләнеүемә  ярты быуат самаһы (47 йыл!) ваҡыт үтеп тә киткән. Икенсенән, тыуып-үҫкән еремдә күҙ төбәп кенә ҡайтып төшөрлөк ата йорто булмағас, ошо йорт йылыһын ғүмер буйы баш ҡалам алыштырҙы, тиһәң дә булалыр. Бында мине республикабыҙҙың иң ҙур уҡыу йортонда белем алыу, абруйлы, билдәле яҙыусыларыбыҙҙы күреү, гөрләп торған студент тормошонда ҡайнау  хыялы һәм, иң мөһиме – баш ҡаланың ижад тормошона ҡушылып китеү теләге әйҙәне. Бәхетлемен: хыялдарым тормошҡа ашты. Университеттың “Шоңҡар” әҙәби түңәрәгендә сынығыу алып, ҙур-ҙур яҙыусылар менән осрашып танышыу, аралашыу бәхете тейҙе. Уҡыуымды тамамламаҫ борон уҡ “Башҡортостан пионеры” (әле “Йәншишмә”) республика балалар гәзитенә эшкә саҡырып алдылар. Әҙәбиәтебеҙҙең танылған, данлыҡлы әһелдәре – Рәми Ғарипов, Мостай Кәрим, Зәйнәб Биишева, Кәтибә Кинйәбулатова һәм башҡа яҙыусыларыбыҙ менән аралашыу ошо гәзиттә 40 йыл эшләү дәүеренәсә дауам итте. Китаптарым баҫылып сығып тора. Үҙ илеңдә үҙ телеңдә китаптар сығарыу, бер уйлаһаң, үҙе ҙур бәхет. Баш ҡалабыҙ йылдан-йыл яҡшы яҡҡа үҙгәрә, матурлана; йәйге осорҙа  күҙ яуын алырлыҡ сәскәләргә күмелә. Бик уңайлы, фонтандар атып торған ял итеү урындары күбәйҙе. Мин үҙем, мәҫәлән, йәшерәк саҡтарҙа  Октябрь проспекты буйлап популяр йырҙа йырланған Өфө йүкәләре араһынан йәйәү йөрөргә ярата инем. Ғөмүмән, Өфө – иҫ киткес йәшеллек ҡалаһы, әллә күпме төрлө ағас һәм ҡыуаҡ төрҙәре үҫә баш ҡала урамдарында. Ирекһеҙҙән күңелгә шиғыр юлдары килә. Әйткәндәй, яңыраҡ бер йырсыбыҙ Өфө тураһында яҙылған  шиғырымды көй яҙырға тип һорап алды. Шул шиғыр юлдарына һалынған минең Өфөгә булған һөйөү һүҙҙәрем. Өфө – йәшлек ҡалаһы, тиелә унда. Сөнки йәштәр бында республиканың төрлө мөйөштәренән ҡанатланып уҡырға, эшләргә килә. Өфө – бәхет ҡалаһы, сөнки әлеге йәштәр бында мөхәббәттәрен осратып, ғаилә ҡора. Өфө – тарих ҡалаһы. Уның  мең ярым  йыллыҡ тарихын асып, боронғо Өфө ҡалаһын танытып китте мәшһүр ғалимыбыҙ Нияз ағай Мәжитов.  Өфө – дуҫлыҡ ҡалаһы. Унда йөҙҙән ашыу төр милләт халҡы  йәшәй. Шөкөр, бер ниндәй милләт-ара аңлашылмаусылыҡтар юҡ, булмаһын да. Сөнки ҡалабыҙ ҙа, эскән һыуыбыҙ, һулаған һауабыҙ  ҙа, хатта байрамдарыбыҙ ҙа уртаҡ беҙҙең, сөнки барыбыҙ ҙа – өфөләр. Баш ҡалабыҙҙы ла бөтәбеҙ берҙәй үк күреп яратабыҙ, уның менән ғорурланабыҙ.

Зәки ӘЛИБАЕВ, Башҡортостан Яҙыусылар берлеге рәйесе, филология фәндәре кандидаты: Эйе, Өфө ҡалаһы беҙҙе үҙенең балҡып янған уттары, тарихи урындары, һәйкәлдәре, рухи үҫеш өсөн бик күп мөмкинлектәре менән бәләкәйҙән үҙенә тартып, ылыҡтырып торған бер маяҡ һымаҡ ул. Әле мин аңлайым: юғары маҡсаттар, күңел бейеклегенә ынтылыу булған ул бала саҡ хыялы. Ҙур, матур ҡалалар, заманса мегаполистар күп донъяла, тик баш ҡалабыҙ символы булған Салауат Юлаев һәйкәле һәм шул  юғарылыҡты күңел түребеҙҙә йәшәтеүсе Өфө ҡалаһы – ул берәү генә,  һәм ул һин ҡайҙа ғына йөрөһәң дә: сит илдәрҙе гиҙәһеңме, тыуған ауылыңды һағынып ҡайтаһыңмы – һәр саҡ үҙенә тартып, саҡырып тора.Икенсенән, Өфө үҙенең боронғолоғо, тарихи һәм бөгөнгө ҡиммәттәре, бай мөмкинлектәре менән халҡыбыҙҙы берләштереп, рухиәтебеҙ үҫешенә туҡтауһыҙ йоғонто яһап тороусы күңел мәккәбеҙ ҙә ул. Бөтөн бөйөк шәхестәребеҙҙе үҫтереп, ҡанат ҡуйыусы ла бит Өфө. Баш ҡалабыҙҙың донъя кимәлендә танылыу яулай барыуында уларҙың да өлөшө ҙур. Әйткәндәй, бына әле генә, 1 июндә, РФ Президенты В. Путин VI Бөтөн донъя фольклориадаһын баш ҡалабыҙ Өфөлә үткәреү тураһында Указға ҡул ҡуйҙы. Был да һуңғы йылдарҙа  Өфөбөҙҙөң донъя кимәлендәге саралар үҙәгенә әүерелә барыуын таныусы сираттағы оло ваҡиғаларҙың береһе буласаҡ. Ҡайһы саҡ ишетелә биреп ҡуйыуынса, башҡа  милли төбәктәрҙәге кеүек, баш ҡалабыҙға милли стилдәге биҙәлеш һәм архитектура өлгөләре етешмәй,  ләкин быға ҡаршы мин шулай тип әйтер инем: миллилек – ул тышҡы билдәләр, милли атрибутика  ғына түгел бит. Уның ҡарауы, Өфө ҡалаһы үҙенә генә хас милли ерлеге, ошо ерлектән һут алыусы башҡорт рухиәте, башҡорт мәҙәниәте, башҡорт ҡурайы, башҡорт балы, башҡорт матбуғаты, башҡорт китабы кеүек бренд кимәлендәге хазина һәм ҡаҙаныштары менән дан тота. Шуға өҫтәп, мин баш ҡаланың быуындар бәйләнешен ялғап тороусы ролен дә билдәләп китер инем. Ошонда уҡып, белем алып, эшләп йөрөйөм – хыялым тормошҡа ашты. Ғаилә ҡороп, дүрт  бала үҫтерәбеҙ. Улар инде бөтәһе лә төп өфөлө – баш ҡаланың тиң хоҡуҡлы граждандары булып үҫеп килә. Һәм бындай ғаиләләр байтаҡ баш ҡалабыҙҙа. Башҡорт ғаиләләре күберәк булған һайын, ҡалабыҙҙың милли ерлеге, рухиәте, бәҫе лә арта ғына барыр, тип ышанам.

Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА яҙып алды.

 

 

Эта запись была опубликована в рубрике Әйт, тиһәгеҙ.... Добавить в закладки ссылку.

Оставить комментарий

Ваш email не будет опубликован. Обязательные поля отмечены *

*

Вы можете использовать это HTMLтеги и атрибуты: <a href="" title=""> <abbr title=""> <acronym title=""> <b> <blockquote cite=""> <cite> <code> <del datetime=""> <em> <i> <q cite=""> <strike> <strong>