Экологик белем һәм тәрбиә бирмәйенсә, йәш быуында илһөйәрлек тәрбиәләп буламы?

Гөлсинә ЙӘҒӘФӘРОВА,  БДУ-ның Сибай институты Экология кафедраһы мөдире, биология фәндәре кандидаты: Ысынлап та, һорау дөрөҫ ҡуйыла: минеңсә, йәш быуынға экологик белем һәм тәрбиә бирмәйенсә,  уларҙа илһөйәрлек тойғоһо уятыу мөмкин дә түгелдер. Сөнки илһөйәрлек тойғоһо бит ул, асылда, тыуған йортҡа,  ата-әсәңә, яҡындарыңа, тыуған төйәккә – үҙеңде уратып алған урман-ҡырҙарға, сәскәле яландарға, мәғрур тауҙарға, сылтырап аҡҡан шишмәләргә булған мөнәсәбәттән ярала. Артабан ул кешенең ҡылығы, тәртибендә сағыла;  тыуған илеңде, халҡыңды яратыу хисе аныҡ эштәр менән раҫлана. Тойғо ҡылыҡҡа әүерелһен өсөн белем һәм тәрбиә кешенең шәхес булып формалашыуында мөһим әһәмиәткә эйә. Экологик белем нигеҙендә кеше менән тәбиғәттең мөнәсәбәтен өйрәнеү, тәбиғәт байлыҡтарын дөрөҫ файҙаланыу, һаҡлау һәм тергеҙеү алымдары ятһа, экологик тәрбиә маҡсаты иһә тирә-яҡ мөхитте аңлы ҡабул итеүҙе формалаштырыу, тәбиғәткә һаҡсыл ҡараштың кәрәклегенә инандырыуға дөрөҫ йүнәлеш биреү тора. Экологик тәрбиәле, белемле кеше аңлы рәүештә тәбиғәтте дөрөҫ файҙалана, ҡуллана, һаулығы хаҡында ҡайғырта, халҡын хөрмәт итә, илен, ерен, тыуған йортон, туған тәбиғәтен ярата, уны  һаҡлай. Тимәк, илһөйәрлек тәрбиәһе һәм экологик белем, тәрбиә бер-береһенән айырылғыһыҙ. Тыуған ереңде, илеңде, тәбиғәтеңде һаҡлау өсөн уны яратырға, яратыу өсөн уны өйрәнергә кәрәк. Әгәр һин үҙеңде уратып алған мөхитеңде яҡшы белһәң, уның бөтмәҫ-төкәнмәҫ серҙәрен аңлы рәүештә өйрәнһәң, уны ысынлап та күҙ ҡараһылай һаҡлайһың, уның  киләсәген ҡайғыртаһың. Экологик белем һәм тәрбиә биреү системаһын үҫтереү, студенттарҙа тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү, илебеҙгә, тыуған еребеҙгә, халҡыбыҙға хеҙмәт итеү, һөйөү уятыу маҡсатында Сибай институтында байтаҡ эштәр башҡарыла. Беренсенән, барлыҡ йүнәлеш студенттары ла  экология предметын  фән булараҡ өйрәнә; экологик өмәләр, ярыштар, фәнни-ғәмәли конференциялар, олимпиадалар үткәрелеп тора. Улар, тәбиғи, ҡыуаныслы һөҙөмтәләр бирә. Мәҫәлән, үткән уҡыу йылында “Экология” йүнәлеше студенты Вәкил Ғәлиәкбәров  экология буйынса Бөтөн донъя асыҡ интернет-олимпиадала ҡатнашып, бронза миҙалға лайыҡ булды. Ғөмүмән, тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләүҙе бала саҡтан уҡ башлау отошло. Беҙҙең Экология кафедраһы был йәһәттән дә әүҙемлек күрһәтә һәм Урал аръяғы мәктәптәре менән тығыҙ бәйләнештә йәшәй. Институтта йыл һайын “Тыуған еребеҙ экологияһы” тигән темаға фәнни-ғәмәли конференция үткәрелә. Унда мәктәп уҡыусылары экология һәм уның кеше сәләмәтлегенә тәьҫире хаҡында көнүҙәк мәсьәләләр күтәрә. Киләсәктә студенттарыбыҙҙың һәм беҙҙең менән бәйләнештә булған мәктәп уҡыусыларының ил-ер ҡәҙерен аңлаған төплө белгестәр, ялҡынлы илһөйәрҙәр булып үҫеүҙәрендә шигем юҡ.

Марат БӘХТИЙӘРОВ, Көньяҡ Урал ҡурсаулығы хеҙмәткәре: Һуңғы йылдарҙа  донъя кимәлендә экологияны һаҡлауға ҙур иғтибар бирелә: экологик саммиттар, форумдар үткәрелә. 2015 йылда Рәсәй Президенты Владимир Путиндың  климат мәсьәләләре буйынса Парижда булып үткән БМО саммитында, Халыҡ-ара Арктика  форумында һөйләгән сығыштары асылда тирә-яҡ мөхитте һаҡлау буйынса программа положениеларын үҙ эсенә алды. Шул уҡ ваҡытта, минең уйымса, был өлкәлә мәсьәләләрҙең  иң мөһиме булып граждандарҙа, киләсәк быуында экологик белем һәм шуға бәйле экологик мәҙәнилек тәрбиәләү иң әһәмиәтлеһе булып ҡала. Экологик белем ни өсөн кәрәк беҙгә? Беренсенән, әле генә әйтеп китеүемсә, кешелектең экологик мәҙәнилек кимәлен  күтәреү маҡсатында.  Беҙҙә әле кимәл тигән нәмә, тураһын әйткәндә, юҡ кимәлендә. Һис тартынып тормайынса, беҙ тәбиғәттең иң гүзәл, изге иҫәпләнгән урындарында ла үҙебеҙҙән һуң бысраҡ ҡалдырырға, сүпләргә, уйлап та бирмәй усаҡ тоҡандырып ебәрергә  ғәҙәтләнгәнбеҙ һәм был йылдар буйына шулай дауам итә. Экологик белем биреү кешене барыбер уйланырға,  анализларға, перспективаны күҙалларға ярҙам итә: балаларыбыҙға ниндәй өлгө күрһәтәбеҙ һәм  үҙебеҙҙән һуң уларға ниндәй мираҫ ҡалдырабыҙ – ошо хаҡта, мәҫәлән. Экологик белем һәр кемгә кәрәк, айырыуса үҫеп килеүсе быуынға. Бер география фәне генә бындай белемде бирә алмай, әлбиттә. Мәктәптәрҙә экология  дәрестәре булдырыу, уҡыу әсбаптары, ҡулланма материалдар, методик күрһәтмәләр нәшер итеү кәрәк, тип уйлайым. Был йәһәттән  мәктәп уҡыусылары ҡатнашлығында уйын, ярыш, фестиваль һәм конкурстар үткәреү яҡшы һөҙөмтә бирәсәк, үҙ тәжрибәмдән сығып әйтәм быны.  Беҙҙең ҡурсаулыҡ  Белорет, Архангел, Силәбе өлкәһенең Ҡатау-Иван районы  биләмәләрен берләштерә. Беҙ ошо райондар мәктәптәре менән  балаларҙа тәбиғәткә ихтирам, һөйөү тойғолары тәрбиәләү буйынса тығыҙ бәйләнештә эшләйбеҙ. Мәҫәлән, улар йыл һайын айырым һаҡланған тәбиғәт биләмәләренә ярҙам йөҙөнән ойошторолоп килгән  халыҡ-ара “Парктар маршы” акцияһында ихлас ҡатнаша. Унда 5-се кластан алып бөтөн уҡыусыларҙы йәлеп итергә тырышабыҙ: улар тәбиғәт байлыҡтарына һаҡсыл мөнәсәбәттә булырға, сүпләмәҫкә өйрәнәләр, пейзаж күренештәрен һүрәткә төшөрәләр, тәбиғи материалдарҙан ҡул эштәре буйынса оҫталар конкурсында ҡатнашалар. Йәйге каникулдарҙа  махсус отрядтар төҙөп, турист һуҡмаҡтары буйлап сәйәхәт итеү, палаткалар ҡороп, йылға буйҙарында ял итеү тәбиғәтте яҡындан тойорға,  уны  аңларға  булышлыҡ итәсәк.

Айһылыу ЮНЫСБАЕВА, Баймаҡ районы Йомаш мәктәбе уҡытыусыһы: Билдәле булыуынса, быйылғы йыл Экология һәм айырым һаҡлауға алынған тәбиғәт биләмәләре  йылы тип иғлан ителде. Был юҡҡа ғына түгел. Йәмғиәттә кеше, тыуған төйәк, тыуған ил, тәбиғәт төшөнсәләре тығыҙ бәйләнештә ҡабул ителә. Шуға күрә лә тәбиғәтте һаҡлау, тимәк, кешелекте, илде һаҡлауға бәрәбәр. Бына ошо төшөнсәләр кешегә бала саҡтан, йәғни ғаиләнән, мәктәп тарафынан аңына еткерелергә тейеш. Был төшөнсәләр Баймаҡ районы Йомаш урта мәктәбендә уҡыусыларға нисегерәк еткерелә һуң? Тиҫтә йылдар инде мәктәптә “Мәктәп урмансылығы” түңәрәге эшләй. Уның менән биология уҡытыусыһы Роза Байегетова етәкселек итә. Уҡыусылар йыл һайын апрель-май айҙарында йәш үҫентеләр ултыртыуҙа ҡатнаша, йылға-күл буйҙарын таҙартырға сыға, республика буйынса үткәрелгән төрлө слет, ярыштарҙа ҡатнаша. Һәр йыл ағастар ултыртыуҙан килгән килемгә мәктәптә балалар һабантуйы, Яңы йыл байрамдары үткәрелә. Күптән түгел генә беҙҙең балалар БР Урман хужалығы министрлығы үткәргән мәктәп урмансылығы съезында ҡатнашып, үҙҙәрен күрһәтеп, призлы урындар яулап, маҡталып ҡайттылар. Айырыуса Әлекбаева Әминә, Тойғонова Наҙгөл, Солтангәрәева Гөлназ, Барлыбаева Гөлзидә, Байсыуаҡов Дим, Вәлиева Хадижә һәр экологик башланғыстың инициаторҙары булып танылды. Беҙҙең мәктәп уҡыусылары район, республика кимәлендәге экологик темаға фәнни тикшеренеүҙәр эштәре лә башҡаралар. Был эштәре менән республика, район кимәлендә призлы урындарға лайыҡ булалар. Ғөмүмән, беҙҙең Йомаш мәктәбендә тәбиғәтте һаҡлау буйынса бик матур йолалар бар. Яҙ етһә – ағас ултыртыу, экологик өмәләр, тематик походтар, ҡыштарын – тағараҡ, йәшел патруль операциялары үтә һәм былар барыһы ла уҡытыусылар менән берлектә башҡарыла. Ҡайһы бер сараларға ата-әсәйҙәр ҙә йәлеп ителә. Аҙналыҡтар үткәрелә. Был аҙналыҡта тыуған ил, тыуған төйәккә бағышланған йыр, шиғыр бәйгеләре үтә. “Экологик ассорти” тип аталған класс сәғәттәре үтә. Бына шулай, беҙҙең уҡытыусылар экологик тәрбиә бирмәйенсә, уҡыусыларҙа илһөйәрлек тәрбиәләү икеле булыуын яҡшы аңлап эш итә.

Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА яҙып алды.

 

Эта запись была опубликована в рубрике Әйт, тиһәгеҙ.... Добавить в закладки ссылку.

Оставить комментарий

Ваш email не будет опубликован. Обязательные поля отмечены *

*

Вы можете использовать это HTMLтеги и атрибуты: <a href="" title=""> <abbr title=""> <acronym title=""> <b> <blockquote cite=""> <cite> <code> <del datetime=""> <em> <i> <q cite=""> <strike> <strong>