Еңел автомобилдәр үҙ хужаһы өсөн уңайлы булһа ла, әйләнә-тирәләгеләргә уңайһыҙлыҡ тыуҙырған осраҡтар ҙа етерлек бит. Ундайҙарҙы нисек аҡылға ултыртырға була?

Динар ҒИЛМЕТДИНОВ, БР буйынса Эске эштәр министрлығының ЮХХДИ идаралығы начальнигы: Идаралыҡ хеҙмәткәрҙәре көнө-төнө, теләһә ниндәй һауа торошона ҡарамаҫтан, юл-хәрәкәт хәүефһеҙлеге һағында  тора, башҡаса мөмкин дә түгел, сөнки был йәһәттән күп нәмә беҙҙең эшкә лә бәйле икәнен яҡшы аңлайбыҙ. Юлдарҙағы фажиғәле, күңелһеҙ хәлдәрҙең эҙемтәләрен тикшереүгә ҡарағанда, уларҙы булдырмау, алдан иҫкәртеү сараларын күреү буйынса эште йәнләндерергә тырышабыҙ. Водителдәрҙең кемеһенәлер үҙ тәртибенең иң тәүҙә үҙе өсөн үк хәүефле булыуын аңлатырға, кемгәлер штраф һалырға, кемдеңдер машина йөрөтөүгә хоҡуҡ документын тартып алырға  тура килә. Тәүәккәллек – егетлектер ҙә, бәлки, тик бына руль артында уның һис кәрәге юҡ. Юл-хәрәкәт фажиғәләрен булдырмау өсөн, минеңсә, һәр кем үҙен ҡулда тоторға, уйлап, аҡыл менән эш итергә, башҡаларға ихтирамлы булырға   тейеш – бына быныһы егетлек булыр ине. Юғиһә, ҡайһы бер водителдәрҙең  сик-сама белмәүсе ҡылыҡтары, эскән килеш юлға сығыуы, тупаҫлығы  юл-хәрәкәт хәлдәрен бик ҡатмарлаштыра. Ундайҙарға ҡарата, әйтеүемсә, аныҡ  саралар күрелә, тик беҙҙең тырышлыҡ ҡына етмәй: йәмәғәтселек ярҙамы, аңлы, әүҙем граждандарыбыҙ ярҙамына ла мохтажбыҙ. Ҡағиҙә булараҡ, юл-транспорт фажиғәләре  күпселек осраҡта ике яҡлы була. Тимәк, аварияла рулдәгеләр генә түгел, йәйәүлеләр ҙә ғәйепле. Әйтеүемсә, ял көндәре лә беҙ профилактик рейдтарға сығабыҙ. Мәҫәлән, шундай бер көндә генә лә йәйәүле граждандар тарафынан – 373, ә водителдәр яғынан 230 юл ҡағиҙәләрен тупаҫ боҙоу осрағы, эскән килеш рулгә ултырған 432 кеше теркәлде. Был февраль ахырында булһа, 4 мартта, мәҫәлән, ана шундай иҫкәртеү рейды ваҡытында  3 меңдән ашыу юл-хәрәкәт ҡағиҙәләрен боҙоу осрағы киҫәтелде. Тимәк, кемдәрҙеңдер ғүмерҙәре һаҡлап ҡалынды, тигән һүҙ. Ғибрәт өсөн бынан да алдағыраҡ тағы бер рейд мәғлүмәттәрен килтерәм: аҙнаның һуңғы бер көнөндә генә 4 125 юл-хәрәкәт ҡағиҙәләрен боҙоу осрағы асыҡланды. Шуларҙың 143-ө – тимер юл аша үтеү, 386-һы пассажирҙар ташыу (шуның 99-ы- балалар ташыуға ҡағыла), 381-е хәүефһеҙлек ҡайышын эләктермәү, 541-е машинаның дәүләт номерына бәйле ҡағиҙә боҙоуҙарҙы тәшкил итә. Шул уҡ көндө эскән килеш машина йөрөтөүсе 107 кеше асыҡланды. Шуларҙың 7-һе ошо сәбәп менән икенсе тапҡыр килеп эләкте. Улар мотлаҡ енәйәт яуаплылығына тарттырыласаҡ. Беҙҙең хеҙмәт бына шундай законлы юлдар менән “аҡылға ултыртырға” тырыша юл ҡағиҙәләрен боҙоусыларҙы. Тағы бер ҡабатлайым: машина йөрөтөүсе яҡындарығыҙ, туғандарығыҙҙың кәйефен йышыраҡ белешеп, уларға  юлда һаҡ, иғтибарлы булырға саҡырып тороғоҙ. Иң мөһиме, гел иҫтәренә төшөрөгөҙ, бәлки, файҙаһы тейер…

Мәхмүт ИБРАҺИМОВ, йәйәүле: Шаяртыу ҡатыш әйткәндә, ысын мәғәнәһендә “йәйәүле Мәхмүт” булам инде. Машинам юҡтан түгел, бар, ләкин улыма бирҙем. Принципҡа барып, тип әйтәйемме – рулгә ҡабат ултырмаҫҡа булдым. Урамдағы ҡайнап торған хәрәкәт, ығы-зығынан нервылар ҡаҡшаны. Элек водителдәр нисек иғтибарлы, бер-береһенә кеселекле, ярҙамсыл ине! Ә хәҙер өҙгөсләп ташлауҙары ла ихтимал. Юл-хәрәкәт ҡағиҙәһен боҙған ҡайһы берәүҙәрҙе, ана шулай һеҙ әйткәнсә, аҡылға ултыртайым, тип  зәғифләнеп ҡала яҙҙым. Үҙегеҙ күреп тораһығыҙ, тәртип боҙоусы “крутой”ҙарға берәй һүҙ әйтеп йә ҡаршылашып ҡара – ниңә тыуғаныңа үкенерһең. Телевидениенан, интернет яҙмаларынан аҙ күрһәтәләрме ни: пистолетын йә суҡмарын тотоп килеп сығалар ҙа һуғыша ла башлайҙар бит. Йә машинаны онтайҙар. Бар, эҙләп ҡара шунан ғәҙеллекте. Бөтәһен дә һатып алып өйрәнгәндәр, уларға закон юҡ. Закон фәҡәт ябай, тыңлаусан кешеләр үтәһен  өсөн генә. Әйткәндәй, кисә генә подъезд алдында берәүҙе шулай аҡылға ултырталар ине әле. Ҡағиҙә боҙғанды түгел шул, ә  шуларға ауыҙ асып һүҙ әйткән ЖЭУ эшсеһенә ташланды  машинаның хужаһы бисәһе менән бергәләшеп. Мин тәҙрәнән ҡарап торам, тауыштары 7-се ҡатҡа ишетелә хатта.  Коммуналь хужалыҡ эшсеһе, меҫкен, сүп-сар контейнерын  сүп тейәгес махсус  машина юлына сығара алмай аҙаплана ине. Әмәлгә ҡалғандай, юлды ҡаплап торған еңел машина хужалары килеп сыҡҡас, башланды ла инде ҙур ғауға. Бында, әлбиттә, коммуналь-хужалыҡ идаралығына төшә төп ғәйеп: ниңә улар эшселәренә тейешле шарттар тыуҙырмай? “Был урынға машина ҡуйырға ярамай” тигән берәй махсус билдә урынлаштырып ҡуйһалар, законға таянып яҡлар ине үҙен әлеге эшселәре лә. Бындай билдә мотлаҡ кәрәк подъезд алдарына, сөнки хәҙер подъезд ишеге янына “Тиҙ ярҙам” машинаһы ла, башҡа төр йөк машиналары ла яҡын килә алмай. Әгәр, ундай хәл була күрмәһен, янғын сыға ҡалһа, ошо юлды ҡаплап торған шәхси машиналар арҡаһында иҫәпле генә ҡиммәтле ваҡыт юғалтыласаҡ бит! Әйткәндәй, яңыраҡ “Тиҙ ярҙам” машинаһына юл бирмәгән оятһыҙ ҡатын арҡаһында кеше  үлде бит хатта. Шунан һуң ҡыҙыулыҡ менәндер инде, юл бирмәгән машиналарҙы төкөтөп китергә кәрәк, тип шаулаштылар ҙа шымып ҡалдылар. Әлбиттә, был да ике яҡлы “таяҡ” буласаҡ бит: “Тиҙ ярҙам” машинаһының үҙе лә зыян күрәсәк, юғиһә. Шуға был шәп идеянан баш тартырға тура килде лә уларға. Белмәйем, бөгөн фәҡәт үҙен генә ҡайғыртып өйрәнгән оятһыҙ әҙәмдәрҙе барыбер аҡылға ултыртыу мөмкин түгелдер. Улар менән закон һаҡсылары, ЮХХДИ  хеҙмәте эшләргә тейеш, тик уларҙың оло юлдарҙа аҡса ҡайырып тороуҙан башҡа хәсрәттәре юҡ.

Хәлим ӘЙҮПОВ, эшҡыуар: Бөгөн кешелә шәхси транспорт саралары бик күбәйҙе, әйтергә лә түгел. Был, әлбиттә, машина эйәләренең үҙҙәре өсөн дә, башҡаларға ла ныҡ ҡына уңайһыҙлыҡтар тыуҙыра. Үҙегеҙ күрәһегеҙ, ҡаланың торлаҡ йорттары ғына түгел, хатта ойошма, предприятиелар биналарының биләмәләрендә лә иркенлек тигән нәмә юҡ. Торлаҡ хәҙер, ғөмүмән, урын йәһәтенән санитар нормаларҙы  боҙоп, бер-береһенә бик яҡын, тығыҙлап төҙөлә. Ҡайһы бер йорт алдарында машина ҡуйыу түгел, әсәләргә балаһы менән йөрөргә лә урын юҡ. Шул һүрәттә лә машинаһын юлға булһа ла ҡуйып китергә мәжбүр водитель. Әйткәндәй, тейешле урынға ҡуйылмаған машиналарҙы штраф туҡталҡаларына алып китеү тарифтары ошо йылдың 1 мартынан тағы ла арттырылды. Еңел машиналарҙы “ҡулға алған” өсөн хәҙер 2135 һум да 77 тинеңде сығарып һалырға кәрәк буласаҡ. Бәлки, ошо сара аҡылға ултыртыр ҡағиҙә боҙоусыларҙы? Машинаны туҡталҡала тотоу  сәғәтенә 653 һум 56 тингә төшәсәк. Мотоцикл һәм мопед хужалары өсөн был шуға ярашлы 1067 һум да 88 тин, ә сәғәтенә – 27 һум 78 тин. Ауырлығы 3,5 тоннаға тиклемге В һәм Д категория  автомобилдәре өсөн – 4271 һум 54 тин һәм сәғәтенә 107 һум, ә шунан да ауырыраҡ Д,С һәм Ғ категориялар  өсөн 8543 һум  һәм сәғәтенә 214 һум түләтеләсәк. Бына ошондай аныҡ саралар ҡулланыу менән генә кешене тәртипкә ултыртырға мөмкиндер, сөнки әҙәп, оят тигән нәмәне белмәгәндәрҙе  аҡсалата яза сараһы бик тиҙ айнытасаҡ, тигән уйҙамын. Яңыраҡ Мәскәүҙә юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге мәсьәләләре буйынса Дәүләт Советы ултырышы булып үткәйне. Ил Президенты В.Путин шунда законды һанлаусы тәртип булдырыу мәсьәләһен күтәрҙе. Юл-хәрәкәт осраҡтарында йышыраҡ водителдәр ғәйепле, тине шулай ҙа Президент. “Тап агрессия һәм юл хәрәкәтенең башҡа ҡатнашсыларына ихтирамдың булмауы ауыр аварияларға килтерә лә инде,”-тип белдерҙе ул. Бик дөрөҫ!

Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА яҙып алды.

 

Эта запись была опубликована в рубрике Әйт, тиһәгеҙ.... Добавить в закладки ссылку.

Оставить комментарий

Ваш email не будет опубликован. Обязательные поля отмечены *

*

Вы можете использовать это HTMLтеги и атрибуты: <a href="" title=""> <abbr title=""> <acronym title=""> <b> <blockquote cite=""> <cite> <code> <del datetime=""> <em> <i> <q cite=""> <strike> <strong>