Халҡыбыҙҙың бөйөк шәхестәре Аҡмулла, Ризаитдин, Рәми һәм башҡалар һүҙенә, аҡылына, ижадына йыш мөрәжәғәт итәһегеҙме?

Фирғәт ҒАРИПОВ, М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актеры: Һәр дәүерҙең үҙенең геройы булырға тейеш. Әлбиттә, бындай кешеләрҙе ул йәшәгән заманда аңламайҙар ҙа, ишетмәйҙәр ҙә, ҡабул да итмәйҙәр, ҡәҙерҙәрен дә белмәйҙәр, әммә улар беҙгә мотлаҡ кәрәк. Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповты мин шундай шәхестәр рәтенә индерәм. Шағирҙың ижады, тормош юлы буйынса Башҡорт академия драма театрында ҡуйылған “Февраль. Буран…” спектаклендә Рәми – яратҡан ролдәремдең береһе. Бәйғәмбәргә тиң шағир, тиер инем уны. Теле юҡтың, иле юҡ, тип ҡалай дөрөҫ әйткән ул! Бөгөн беҙ был һүҙҙәрҙең хаҡлығын үҙ күҙҙәребеҙ менән күрәбеҙ. Шағирҙың “Туған тел” шиғырының “Телен һөймәҫ кенә илен һөймәҫ, Иле юҡтың ғына теле юҡ” тигән һүҙҙәрен көнөнә бер нисә тапҡыр ҡабатлайбыҙ. Сөнки, ысынлап та, теле юҡ халыҡтың киләсәге юҡ. Рәми Ғариповтың шиғырҙарын хатта шиғриәттән йыраҡ торған, шиғыр яратмаған кешеләрҙең дә белеүе уның ниндәй ижадсы икәнен дәлилләп тора. Уны өлкән быуын да, йәштәр ҙә ярата, сөнки ул беҙҙең бөтәбеҙҙе лә борсоған мәсьәләләр тураһында яҙа. Рәми шиғриәте менән танышҡанда үҙеңде тыуған йортоңда кеүек тояһың, бында бөтөн нәмә ысын, яҡын һәм ҡәҙерле һиңә. Унда һине нисек барһың, шулай ҡабул итәләр… Йәш быуынды тәрбиәләүҙә уның кеүек шәхестәрҙең өлгөһө кәрәк. Нисек итеп халҡыңды, телеңде, илеңде яратырға өйрәтә улар. Тынғыһыҙ тәбиғәтле Рәми үҙ халҡының яҙмышына, киләсәгенә битараф ҡала алмаған, бер ҡасан да һынмаған, алға ғына атлаған. Уның ҡоралы – ҡәләм икәнен аңлаған, уйлағандарын яҙырға ҡурҡмаған. Сөнки өндәшмәй ҡалыуҙың телебеҙ, халҡыбыҙға ҡарата енәйәт икәненә инанған һәм ул хаҡлы булған. Бөгөн дә беҙ геройҙар тураһында күп һөйләшәбеҙ. Кем ул бөгөнгө көн геройы? Кәрәкме улар? Был һорауҙарға яуап биреүе еңел түгел, әммә мин бер нәмәлә шикләнмәйем: Рәми ағай, беҙ һине беләбеҙ һәм беҙ һинең хаҡыңда балаларыбыҙға ла һөйләйәсәкбеҙ әле.

Азамат КӨМӨШҠОЛОВ, БДУ-ның Сибай институты доценты, педагогика фәндәре кандидаты: Әлбиттә, халҡыбыҙҙың бындай шәхестәренең һүҙҙәре, ыңғай өлгөһө, эшмәкәрлеге һәр ваҡыт тәрбиәүи әһәмиәткә эйә. Кемдер әйткән бит әле, шәхестең рухи үҫеше өсөн өс нәмә кәрәк: бөйөк маҡсаттар, бөйөк ҡаршылыҡтар һәм бөйөк өлгөләр. Был тәрбиәүи ысулдың юғары педагогик тәьҫирен аҡыл эйәләре күптән дәлилләгән инде. Педагогика фәнендә дә раҫланған был: ыңғай өлгөләр һәм башҡаларҙың бөйөк эштәре уҡыусыларҙы үҙ өҫтөндә эшләргә, камиллашырға дәртләндерә. Шуны яҡшы аңлағанға күрә лә, беҙҙең Сибай институтының төп корпусы алдын Шәйехзада Бабич, Һәҙиә Дәүләтшина, Рәми Ғарипов, Шәйәхмәт Сибаев, Зәйнәб Биишева бюстары биҙәй. Бинаның эсендә иһә башҡорт халҡының билдәле мәғрифәтселәре һәм ғалимдарына барельефтар асылды, картиналар галереяһы бар. Халҡыбыҙҙың тарихын да онотмайбыҙ. Төньяҡ амурҙары ҡаһарманлығына арналған “Бородино һуғышы панорамаһы” барельефы, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы һәм генерал Шайморатовҡа барельеф асылды. Сибай институтында рухи тәрбиәгә былай ҙа иғтибар күп бирелә, һәр факультетта башҡорт теле, Башҡортостан мәҙәниәте фәне уҡытыла. Сөнки туған телен белмәгән кеше тыуған ерен дә, илен дә ярата алмай. Туған телеңде яратыу – ул ватансылыҡ нигеҙе. Әммә ошо бюстар, барельефтар ҙа оло тәрбиәүи әһәмиәткә эйә. Студенттар уларҙың ижады, тормошо менән яҡындан таныш. Тимәк, уларҙан өлгө лә ала, киләсәктә халҡына кәрәкле кеше булыр өсөн яҡшы белем алырға ла тырыша. Беҙ халҡыбыҙ мәнфәғәтен алға ҡуйып эшләйбеҙ – Сибай институтының төп үҙенсәлеге лә шундалыр.

Рәсимә АЛЛАМОРАТОВА, филология фәндәре кандидаты, Р. Ғарипов исемендәге  1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты уҡытыусыһы: Мин гимназия-интернатта башҡорт теле һәм әҙәбиәте, башҡорт мәҙәниәте дәрестәрен алып барам. Кабинетымды башҡорт мәҙәниәте кабинеты булараҡ йыһазландырғанмын. Таҡта өҫтөндә күренекле мәғрифәтсе Ризаитдин Фәхретдиндең “Милләт мәшһүр әҙәмдәре менән мәртәбәле” тигән һүҙҙәре яҙып эленгән. Йыл һайын яңы уҡыусылар ҡабул итәбеҙ, улар етенсе кластан туғыҙынсыға тиклем минең дәрестәргә инәләр. Көн дә дәрестә ошо фәһемле һүҙҙәр менән осрашалар. Тәүҙә мәғәнәһен аңлап етмәйҙәр, хатта аңлатып биреүемде һорайҙар. Һуңынан инде әңгәмәләшкәндә, фекер алышҡанда, инша яҙғанда          Р. Фәхретдиндең оранын терәк һүҙ итеп алалар, киләсәккә маҡсаттарын билдәләгәндә лә таяныс итеп ҡабул итәләр. Мин уҡыусыларыма ошо бөйөк шәхесебеҙҙе үҙҙәре өсөн асырға, уға ҡолаҡ һалырға өйрәтә алыуым менән бәхетлемен. Ғөмүмән, беҙгә өлгө булыр иң ҡеүәтле һүҙ, аҡыл – ул мәғрифәтселәрҙеке. Аҡмулланың алтын аҡылын, халыҡ, ил ғәменә тулыһынса үҙен бағышлаған булмышын, М. Өмөтбаевтың һиммәтле һүҙҙәрен, уй-хыялдарын,              Р. Фәхретдиндең бөтөн Көнсығыш һәм Көнбайыш уҡымышлылары юғары баһалаған дини, педагогик, фәлсәфәүи, публицистик эшмәкәрлеген һәр ваҡыт ҡыҙыҡһынып өйрәндем. Зәки Вәлидиҙе лә “Илеңдә ҡалып, бөгөнгө заманға ярашлы белем ал, халҡыңа файҙалы кеше булырһың”,  тип, 1908 йылда сит илгә сығып китеүҙән аралаған, киләсәктә халыҡ яҙмышын хәл итерҙәй кәңәш биргән кеше булған бит Р. Фәхретдин. Илебеҙ өсөн иң хәл иткес заманда шундай шәхестәрҙең аҡылы тарих арбаһын бөтөнләй башҡа йүнәлешкә бороп ебәрергә, халыҡ аңын, ғәмен тәрбиәләүҙә ҙур роль уйнаған, тип иҫәпләйем. Бөгөн дә уларҙың фекеренә таянабыҙ, аҡһаҡалдың һүҙе – аҡылдың үҙе, тип йәшәйбеҙ. Ә Рәми Ғариповты инде Аҡмулла менән бер юғарылыҡҡа ҡуям. Икеһе лә барлыҡ йәшәйешен халыҡ мәнфәғәтенә, халыҡ аңын таҙартыуға, үҫтереүгә, уятыуға, битарафлыҡтан һаҡларға арнаған кешеләр улар. Береһе “Ил тойғоһо – бар булмышым минең”, тип әйтһә, икенсеһе “Ир уңмаһа, һис ваҡытта ил уңа алмаҫ”, тип иҫкәрткән. Улар халҡыбыҙҙың шағир, яҙыусы тип кенә баһаларлыҡ шәхесе түгел, ә рухыбыҙҙың алтын бағаналары, милләт көсөн һаҡлаусы изге ҡиблаларыбыҙ ҙа тип иҫәпләйем.

 

Эта запись была опубликована в рубрике Әйт, тиһәгеҙ.... Добавить в закладки ссылку.

Оставить комментарий

Ваш email не будет опубликован. Обязательные поля отмечены *

*

Вы можете использовать это HTMLтеги и атрибуты: <a href="" title=""> <abbr title=""> <acronym title=""> <b> <blockquote cite=""> <cite> <code> <del datetime=""> <em> <i> <q cite=""> <strike> <strong>