Яңы йылыңдың нисек килере уны нисек ҡаршылауыңа бәйле, тигәнгә ышанаһығыҙмы?

Людвиг ШАБАНОВ, хеҙмәт ветераны, Башҡортостандың  атҡаҙанған химигы: Ышанам, халыҡта шундай ырым да бар бит. Яңы йыл ҡаршылау тантанаһын  ғаилә байрамы, тип иҫәпләйем. Шуға ла күпселек осраҡта  өйҙә, ҡатыным, улым менән бергәләшеп ҡаршыларға тырышабыҙ уны: үҙ өйөңдә – үҙ көйөң, тигәндәй, иркенләп һөйләшеп-фекерләшеп алырға форсат тыуа, үҙең теләгән телетапшырыуҙы ҡарарға мөмкин. Эс, тип көрәгә күтәргән, мәжбүрләгән кеше, иҫерек ығы-зығы юҡ – йәнгә рәхәт! Бөтәһе лә үҙеңсә – кеше күңелен күрергә, бының өсөн төп күтәрергә, дежур телмәр тоторға ла кәрәкмәй. Ихлас ҡына итеп үҙебеҙҙең баҡсабыҙҙа үҫтергән йәшелсә-емештән табын әҙерләй еңгәгеҙ, мин ҡулдан килгәнсә ярҙам иткән булам шунда. Һиллек, рәхәт – айырыуса бер күңел тыныслығы кисерәм мин Яңы йыл кисендә. Һәм, шөкөр, әйткәндәй булмаһын, йылдарыбыҙ ҙа ана шулай бер көйгә, күнегелгән режимда  матур ғына үтә тора. Өлкәнәйгәс, кешегә тағы ни кәрәк? Тик бына оло йортобоҙ – илебеҙ, планетабыҙ  ҙа  имен, тыныс булһын ине, тип теләйем.  Бигерәк буталды бит халыҡ-ара хәл. Яңы йыл кисен айыҡ аҡыл менән, изге доғалар уҡып ҡаршылайыҡ, йылдарҙың имен килеүен теләйек, ил-йортҡа – бәрәкәт, ҡот ҡунһын, үҙебеҙ сәләмәт булайыҡ, амин!

Таһир ӘХМӘТШИН, мәҙәниәт хеҙмәткәре: Бынан егерме  йыллап элекке  бер  Яңы йылым ғүмерлек һабаҡ бирҙе миңә. Йәш, дәртле саҡ, дыуамаллыҡ та етерлек. Ауыл клубында мөдир булып эшләйем. Ата-әсәләрҙең һорауы буйынса Яңы йыл кисендә  Ҡыш бабай булып кейенеп, өй беренсә ауылдаштарымды ҡотларға сығып киттем. Ҡарһылыу юҡ, ҡыҙҙарҙы ризалаштырып булманы: ауылдың  арғы осондағы өйҙә йәштәр  аулаҡ ойошторған, бөтәһе лә шунда ашыға. Ул саҡ ауылыбыҙҙа байрамдар эскеһеҙ үтмәй ине. Өй һайын тиерлек самогон аппараты. Шулай булғас, күҙ алдына килтерәһегеҙҙер: өй һайын  Ҡыш бабайға – һый-хөрмәт. Инде балалар ҙа йоҡлап бөткән, ә байрам туҡтарға уйламай. Киреһенсә, ҡыҙа ғына бара. Ауылдың яртыһын ҡотлап сыҡҡансы, мин аяғымда ла баҫып тора алмай инем инде… Ә бүләктәрҙе таратып бөтөргә кәрәк, аҡсаһы түләнгән бит! Һуңғыһымы, түгелме – сираттағы өйҙән сыҡҡанымды хәтерләмәйем. Аулаҡтан ҡайтып барған йәштәр урамда иҫһеҙ ятҡанымды күреп, машинаға тейәп, район дауаханаһына илтеп һалғандар. Аяҡта быйма ине – бирешмәгән, ә бына бит-ҡулым туңып, шул йылды оҙаҡ ҡына дауаханала ятып сығырға тура килде. Ярай әле, бармаҡтарымды ҡырҡмай һаҡлап ҡалдылар, табиптарға рәхмәтлемен. Мин бит баянсы – ни эшләр инем шунан? Барыбер оҙаҡ ҡына уйнай алмай аҙапландым. Ана шул йылдан һуң эсеүҙе күрә алмайым, бөтөнләй ташланым. Яңы йылды ғаиләм менән эскеһеҙ ҡаршылағаны бирле  һаулығым да нығынды, эшем дә ыңғай, тәгәрләп кенә бара – ижад ҡомары баҫты: йырҙар яҙам, уларҙың бер нисәүһен филармония йырсылары яратып башҡара, радионан да йыш тапшыралар. Ырымсыл кеше түгелмен, шулай ҙа Яңы йылды матур итеп ҡаршылаһаң, йылың да уңышлы булыр, тигәнгә ихлас ышанам.

Айгөл МИҺРАНОВА, БДМУ студенты: Яңы йылды нисек ҡаршылаһаң, йылың шулай үтер, тигәнгә, бер яҡтан, ышанып та ҡуям. Бында күберәк минең икеләнеүсән холҡом үҙ яғына ауҙарырға итәлер. Икенсе яҡтан, һуңғы ваҡыт ана шул холҡома үҙем үк ҡаршылаша башланым. Ә шулай ҙа эске тауыш һәр ваҡыт ырымды боҙмаҫҡа, күнегелгән тәртипкә буйһонорға бойора. Бынан ике йыл элек, мәҫәлән, Яңы йылды бик күңелле итеп, Питерҙағы дуҫтарым янында  ҡаршыланым. Ул, ғөмүмән, мажараға бай төн булды. Тәүҙә күмәкләп караокеға йыйындыҡ. Барһаҡ, урындар булмау сәбәпле, унда инә алманыҡ. Унан аптырап торманыҡ, төнгө клубҡа киттек. Унда ла халыҡ күп, тик тышта торалар: урындар юҡ. Сираттағыларҙы берәмләп кенә индерәләр. Ни ҡылһаҡ, ҡылдыҡ – этешеп-төртөшөп, беҙ ҙә инеп киттек. Бер аҙ бейегәс, сәғәткә ҡараһаҡ, Яңы йыл куранттары һуғыуға ни бары ун минут ҡалған! Ҡыҙмаса булып алған бейеүселәр янында ҡалғы килмәне. Кире тышҡа сығып, Яңы йылды фейерверктарҙан һоҡланғыс салют аттырып ҡаршыланыҡ. Аҙаҡ күңелле уйындар, бейеү һәм мажаралар таңға тиклем дауам итте. Шунан, йылым нисек үтте, тип уйлайһығыҙ? Бер нисек тә… Ҡәҙимге “һоро” көндәр: лекция, имтихан, зачеттар… Уның ҡарауы, был  юлы шундай тәжрибә үткәреп ҡарарға йыйынам: Яңы йыл кисәһенә дуҫтарым янына бармайынса, өйҙә – әсәйем менән бесәйем янында тыныс ҡына ултырырға булдым. Йылым ниндәй булыр икән?

Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА яҙып алды.

 

Эта запись была опубликована в рубрике Әйт, тиһәгеҙ.... Добавить в закладки ссылку.

Оставить комментарий

Ваш email не будет опубликован. Обязательные поля отмечены *

*

Вы можете использовать это HTMLтеги и атрибуты: <a href="" title=""> <abbr title=""> <acronym title=""> <b> <blockquote cite=""> <cite> <code> <del datetime=""> <em> <i> <q cite=""> <strike> <strong>