Дәүләткә генә һалынып йәшәргә күнеккәнбеҙ. Үҙ ғаиләбеҙҙе бәләкәй генә бер дәүләткә әйләндереп, үҙебеҙҙең ҡулдан килгәнде, Хоҙайҙан бурыс итеп йөкмәтелгәнде эшләп йәшәү яҡшыраҡ түгелме?

Мәрйәм  БУРАҠАЕВА, яҙыусы: Һәр ғаилә – үҙе бер бәләкәй генә дәүләт. Дәүләт икән, тимәк, уның шәжәрә, исем, туған тел кеүек атрибуттары ла була. Шәжәрә – һиңә тиклем ошо нәҫелде һаҡлап килеүсе атай-олатайҙар алдында яуаплылыҡ, исем – үҙ милләтеңә ҡарата ихтирам тойғоһо тәрбиәләү, туған тел нәҫел традицияһын, милләт ҡотон һаҡлау асҡысы булған өсөн кәрәк. Ғаилә-дәүләттең төп тәрбиә ҡанундары ла була. Мәҫәлән, башҡорт ғаиләһендә “Урал батыр” эпосында һәм башҡа халыҡ ижады өлгөләрендә тупланған тәрбиә ҡанундары өҫтөнлөк итә. Ғаилә өсөн уртаҡ маҡсат – ир балалар атай яғынан шәжәрәнең төп асылын боҙмайынса дауам итергә тейеш. Уландарың шәжәрәңде һәм ғаилә традицияларын дауам итерҙәй кәләш алмай икән, тимәк, ул ғаилә-дәүләт традицияһын да ихтирам итмәй, үҙ шәжәрәһен дә дауам итә алмай. Сөнки бала әсә ҡарынында ярала, әсә моңон һеңдерә.
Илебеҙ хөкүмәтенең хәстәрлеге былай ҙа бик оло: илдә именлек, тыныслыҡ һаҡлау, халыҡты етеш-мул тормошта йәшәтеү, төрлө афәттәрҙән ҡурсалау, хәйерселек, етемлек булдырмау. Ә башҡа хәстәрлекте һәр ғаилә-дәүләт үҙ елкәһенә алырға тейеш. Шәжәрәне һаҡлау, дауам итеү, ғаиләлә туған телдә һөйләшеү, тәрбиәле һәм эш һөйөүсән балалар үҫтереү, республикабыҙҙа, илдә йәшәгән һәм шулай уҡ бөтөн донъялағы башҡа милләттәрҙе ихтирам итеү, үҙеңдән һуң яҡшы исем ҡалдырыу, ил мәнфәғәттәрен аңлау, белемгә, камиллыҡҡа  ынтылыу  һәм илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләү – һәр ғаилә-дәүләттең бурысы. Бындай төшөнсәләрҙе, бындай ҡиммәттәрҙе бала фәҡәт ғаиләлә башлап ала.

Сәлмән ЯРМУЛЛИН,”Аманат” журналының баш мөхәррире, өс бала атаһы: Башлығы, үҙ йола-традициялары, башҡа иерархиялары булыуы менән, ысынлап та, ғаиләне дәүләттең  бәләкәй генә  моделе тип күҙ алдына килтерергә була. Армияла миңә Урта Азия егеттәре менән хеҙмәт итергә тура килгәйне. Улар үҙҙәренең күмәк балалы ғаиләнән сығыуы менән бик ғорурлана инеләр. Бер ҡаҙаҡ егете, ғаиләлә мин 14-се баламын, тип аптырата ине бөтәһен дә. Улай булғас, әсәйең эшләмәйҙер, эшләмәгәс, пенсия ла алмаясаҡ бит инде, тип төпләшәбеҙ. “Ә беҙҙе нимәгә үҫтерә ул, беҙ уға пенсия!” тип яуаплай ҡаҙаҡ балаһы. Уның әсәһе дәүләттең етер-етмәҫ пенсияһына тилмереп ултырмаясаҡ, уны балалары ҡараясаҡ, балалары тәьмин итәсәк, тигәнде аңлата ине уның һүҙҙәре.
Ғаиләнән тотош дәүләт яралыуы айырыуса йәһүдтәр  яҙмышында асыҡ сағыла. Ике мең йыл элек тарҡалып юҡҡа сыҡҡан  ошо милләт  әһелдәре үҙ ғаиләләрендә үҙҙәрен һаҡлап ҡалып, бәләкәй Израиль дәүләтен барлыҡҡа килтерҙе, йәғни ике мең йылдан һуң да үҙ дәүләтен аяҡҡа баҫтырҙы.
Әгәр беҙ бөгөн шәхес тәрбиәләү, балаларыбыҙҙа  туған теленә, иленә һөйөү тәрбиәләү мәсьәләләрендә мәктәпкә генә ышанып ултырһаҡ, булғанын да юғалтыуыбыҙ ихтимал. “Әҙәп барҙа – иман бар” тип ҡабатлар ине өләсәйем. Бала саҡта уның мәғәнәһенә бик төшөнөп бармаһам да, үҫә килә ололар һүҙе үҙ шытымын бирҙе барыбер. Әҙәпле кеше иманлы була. Ә был хазинаны ул ғаиләһенән алып сығырға тейеш. Баланы мәктәп тәрбиәләмәй, ул белем бирә. Тәрбиә, әҙәп-әхлаҡ  ҡанундары бала күңеленә фәҡәт ғаиләлә һалына.  Шуға күрә лә ғаилә институтын нығытыу көнүҙәк  мәсьәләләрҙең береһе бөгөн. Баланы насарлыҡтарҙан аралау, лайыҡлы белем биреү, хатта торлаҡлы итеү ҙә бөгөн ата-әсә елкәһендә. Бер аҡыл эйәһе әйткән бит, миңә таяныр нөктә бирһәң, мин Ерҙе әйләндереп һалыр инем, тип. Шуның кеүек, балаларҙы ла башлы-күҙле итеп, йәш ғаиләгә ҡәҙимге йәшәп китер өсөн  төп ике таяу – белем һәм торор урын менән тәьмин итеү шарт, тип уйлайым. Әлбиттә, улар әҙерҙең ҡәҙерен белер кимәлдә булһалар  инде. Дәүләткә йәки ата-әсәһенә һалышырға теләмәгән, бөтәһенә  лә үҙ көсө, тырышлығы  менән өлгәшергә ынтылған балалар ҙа була. Уларға инде “балығын түгел, ҡармаҡлы ҡыуал” тоттораһың. Аҡыллыға ишара, тигәндәй, йүнле тәрбиә алған бала үҙ маҡсатына үҙаллы ла өлгәшәсәк.

Әлфиә ӘСӘҘУЛЛИНА, шағирә, дүрт бала  әсәһе: Башҡортомдоң “Ояһында ни күрһә, осҡанында шул булыр” тигән бик тапҡыр  әйтеме бар бит, ул балаға  тап ана шул ғаилә мөхитендә тәрбиә биреүгә ишаралай ҙа инде. Тормошто диңгеҙ менән сағыштырһаҡ, ғаилә – карап, атай кеше – капитан, әсәй штурман һымаҡ була инде. Оло диңгеҙҙә ни генә булмаҫ. Ғаилә карабын ҡаршылыҡтар айсбергына бәреп ҡыйратмаҫ өсөн атай-капитан менән әсәй-штурмандан күпме айыҡ аҡыл, сабырлыҡ, ныҡышмаллыҡ, бер-береһен аңлап йәшәү өсөн зиһен көсө талап ителә. Ғаилә оло илдең бер  күҙәнәге булһа ла, ул үҙ мөхитендә килеп тыуған проблемаларҙы бер кемгә лә һалышмай ғына атҡарырға тейеш, сөнки ул проблемалар – һинеке, ә үҙеңдеке – үҙәктә. Күҙ алдына килтереп ҡараһаҡ, ситтән кемдер һинең ғаилә тормошоңа ҡыҫылырға теләһә, быны кем генә оҡшатыр икән? Кешене кеше иткән нәмә – хеҙмәт. Хеҙмәткә хөрмәт һәр яҡшы нәмәнең башланғысы һымаҡ уҡ, ғаиләлә һалына. Бәләкәй бала нимә генә эшләһәң дә ҡыҫылып, туҡтауһыҙ һорауҙарын яуҙырып, теңкәне ҡоротоуы һәр кемгә мәғлүм. Бына ошо ваҡытта эшеңде тиҙерәк осламаҡ булып, баланы тыйһаң, эргәңдән ҡыуып ебәрһәң, тәрбиә эшендә тәүге хатаны яһаның, тигән һүҙ. Ғаиләлә алынған тормош һабаҡтары ғүмер буйы тоғро юлдаш булыр балаңа. Тулы ғаиләлә хеҙмәт тәрбиәһе алып үҫкән бала тормошта үҙ юҫығын тиҙерәк табасаҡ, илебеҙгә кәрәкле, файҙалы шәхес булып өлгөрәсәк.

Тәнзилә БИКБАЕВА, Ф.Мостафина исемендәге 20-се ҡала башҡорт гимназияһы уҡытыусыһы: Беҙҙә, дөрөҫөн әйткәндә, ғаиләләр ана шулай бәләкәй генә дәүләт рәүешендә үҙ көндәрен үҙҙәре күреп йәшәй ҙә инде. Элегерәк, совет осоронда, кеше дәүләткә һалышып өйрәнеп киткәйне, баҙар шарттары халыҡты ниндәйҙер кимәлдә үҙаллылыҡҡа өйрәтте, тип әйтергә булалыр, моғайын, сөнки бындай үҙгәрештәр иң тәүҙә ғаиләләр тормошонда сағылыш тапты. Юғары белем түләүле  булып китһә лә күпселек ата-әсә юғалып ҡалманы, балаларын уҡытырға тырышты. Гел ҡабатланған хәҡиҡәт булһа ла тағы бер ҡабатлауҙан зыян юҡтыр, тием: бала яҙмышы өсөн бөтә яуаплылыҡ- ата-әсә иңендә. Әхлаҡи һәм рухи тәрбиә биреү, үҙ халҡыңа, телеңә, илеңә һөйөү уятыу  – ата-әсә бурысы. Хәҙерге заманда йәш ғаиләләр тап бына ошоларға иғтибар биреп еткермәй, йә булмаһа, тәрбиә эшен ҡасандыр, әйтәйек, уҡырға төшкәс йәки берәй 10 йәштәнме башларға кәрәк, тип иҫәпләй. Ә бит тәрбиә бишектән башлана. Улай ғына ла түгел, әсә телмәре аша туған телде һиҙемләү, туған моңдарыбыҙҙы тойомлау балала әсә ҡарынында уҡ башлана, ти ғалимдар. Шуға күрә, мәктәпкә барғас белер әле, тигән хата уйға төшмәҫкә, тәрбиә бурысын кисектермәҫкә кәрәк, сөнки баланың киләсәге иң тәү сиратта мәктәп йә дәүләт ҡулында түгел, ә ата-әсә ҡарамағында. Дәүләтебеҙҙең тәрбиә һәм белем биреү учреждениеларына бала үҙе үҫкән мөхиттәге ҡиммәттәрҙе үҙ йәшенә ярашлы кимәлдә туплаған хәлдә килергә тейеш, тип уйлайым.

Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА яҙып алды.

Опубликовано в Әйт, тиһәгеҙ... | 1 комментарий

Бөйөк Ватан һуғышы афәте ҡағылмаған бер генә лә ғаилә юҡтыр илебеҙҙә. Һеҙҙең яҙмышта, ғаиләгеҙҙә был афәттең сағылышын нисегерәк һүрәтләр инегеҙ?

Талха ҒИНИӘТУЛЛИН, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы: 30 миллионлап ҡорбан килтергән был һуғыш һәр ғаиләнең, һәр кемдең яҙмышында ҡәһәрле ролен уйнаны. Аяҡ-ҡулын өҙҙөрөп, тәнендә ҡурғаш ярсығы алып ҡайтҡандар ҙа йәндәре иҫән ҡалыуға шат һәм бәхетле инеләр. Ләкин асылда бәхет инеме һуң был? Һалдаттың психикаһын ҡаҡшатып, йәндәрен ғәрипләне һуғыш. Һуғыш бит ҡара-ҡаршы атышыу ғына түгел, кешене әхләҡи тарҡалдырыу ҡоралы ла ул, сөнки унда һин үҙең кеүек үк кешене – ҡаршы яҡ һалдатын үлтерергә мәжбүрһең. Үлтерергә, аяуһыҙ ҡырырға тип хәрби ант биргәнһең. Үлтермәһәң, тимәк, хыянатсы һәм ҡурҡаҡ йән булаһың. Үлтермәһәң, үҙеңде үлтерәләр – бына бит ул һуғыш фәлсәфәһе ниндәй. Һуғыш уты эсенә барып ингәндә мин урыҫса бер ауыҙ һүҙ белмәгән 18 йәшлек кенә етем ауыл балаһы инем. Йәндәрен ҡулдарына алып, илаулап оҙатып ҡалыусыларым булманы. Аҙаҡ, яу эсендә, бер иптәшемдең: “Етем булғас, һиңә ниндәй һәйбәт”, – тигән һүҙҙәрендә, бер яҡтан, дөрөҫлөк тә бар ине шул… Уның ҡарауы, бер туған булмаһалар ҙа, яҡын ғына ҡәрҙәш Рәхим, Илһам, Низам, Хәйбулла ағайымдарҙы мәңгегә юғалттым. Бәләкәйҙән айырылмаҫ дуҫтар булып, бергә уйнап, балыҡ ҡармаҡлап үҫкән иптәш егеттәрем ут ғәрәсәтенән иҫән сыҡһалар ҙа, береһе ауылға ҡайтҡас, аҡылдан яҙҙы, икенсеһе асып башлаған шешәһен дә эсеп бөтөрә алмайынса, йән биргән… Һуғыш бынамын тигән ир уҙамандарының йәндәрен йәрәхәтләп ҡайтарҙы. Әйткәндәй, был хаҡта мин үҙемдең “Бына һуғыш бөтһә…”, “Һөжүм”, “Ҡурҡыу”, “Беҙ кәмей барабыҙ” тигән әҫәрҙәремдә лә яҙҙым. Унда алғы һыҙыҡта дошман менән йөҙгә-йөҙ килеп алышҡан һадаттарҙың еңеү яулап, тыныс тормошҡа ҡайтҡас, ҡайһыларының һуғыштағынан да ауырыраҡ хәлдәргә тарыуы хаҡында һүҙ бара. Былар һис тә уйҙырма түгел, ә үҙем шаһит булған, күргән-белгәндәр, баштан кисергәндәр. Тағы ла бер парадокс: һуғышта булмаһам йәки һуғыш булмаһа, Талха Ғиниәтуллин тигән яҙыусы ла булмаҫ ине,моғайын. Юҡ,  мин юғалып ҡалмаҫ инем, әлбиттә. Инженермы, башҡа берәй күренекле һөнәр эйәһеме булыуға өлгәшер инем барыбер, сөнки холоҡ-фиғелемдә тырышлыҡ, ныҡышлыҡ һәм ҡыҙыҡһыныусанлыҡ көслө ине. Ә бына яҙыусы булыуымды, Аллаһы Тәғәлә мине шул ғәрәсәттән иҫән ҡалдырып, ана шул турала яҙырға  ҡушҡандыр, тип ҡабул итәм. Киләһе быуындар был һуғыш тураһында хис-тойғоһоҙ тарих томдарынан ғына түгел, тарихыбыҙҙы боҙоп күрһәтергә маташыусыларҙың  бысраҡ уйҙырмаларынан да түгел, ә ябай кеше, ябай һалдат яҙмышы йылъяҙмаһы булған әҙәби әҫәрҙәрҙән дә уҡып белһен ине, тигән теләктә ҡалам.

Азамат ТАЖЕТДИНОВ, Рәсәй Федерацияһының мәғариф отличнигы: Атайым һуғыш башланған йылдың көҙөндә үк  бер туған ҡустыһы  Ғибат менән бергә фронтҡа китә, мин  ул саҡта 3 кенә йәштә булғанмын. Әсәйем ҡулындағы биш бала менән уны оҙатып ҡала, алтынсыһына ауырлы була.”Беҙ ауыр, хәүефле юлға сығабыҙ, Әминә. Улым тыуһа, уға Сәфәрғәле тип исем ҡушырһың,”- тип әйтеп китә атайым. 1942 йыл Сәфәрғәле донъяға килә. Әсәйемдең фиҙаҡәрлегенә әле булһа ғәжәпләнәм дә, һоҡланам да: бөтә нәмә фронт өсөн, фашисты еңеү өсөн, тип, көнө-төнө колхоз эшенән дә ҡайтып инмә, шул уҡ ваҡытта береһенән-береһе бәләкәй балаларыңды ла ҡара (иң өлкән апайыбыҙға 12 генә йәш була).  Дошман менән фронтта яғалашҡан атай-ағайҙарыбыҙ героизмына тылдағы әсәйҙәребеҙ ҡаһарманлығы килеп ҡушылмаһа, еңеп булыр инеме икән фашисты?  Күпме хәсрәт, юғалтыу ҡайғылары кисереп, ваҡытынан алда сәстәре салланды, янып-көйҙө улар! Ил өҫтөнә килгән фажиғәне ғаиләлә кисергән хәсрәттәр ҙә күтәргеһеҙ итте. 1942 йылдың сатлама һыуығында  тыштан туңып килеп ингән миңә етәгеһе туғаным Әғләм  һуҡыр шәм янына йылынам тип килеп,  аңғармаҫтан уны ауҙара, майы өҫтөнә түгелә һәм бала тере факелға әйләнә. Һыу һибеп һүндерә алмағас, апайым уның өҫтөнә юрған килтереп ҡаплай. Янған тәненең әрнеүенә түҙә алмай, ике тәүлек ҡысҡырып ятҡандан һуң  бала йән бирә. Ул ваҡытта 4-5 йәшлек кенә булғанлыҡтан, минең өсөн айырылғыһыҙ йән күргән туғанымдың үлеме һуғыш афәтенең иң хәсрәтле сағылыштарының береһе булып күңелемдә тороп ҡалған…
Киләһе йылына беҙҙе тағы ҡара ҡайғы баҫты: Смоленск йүнәлешендәге ҡаты һуғыштарҙың береһендә атайыбыҙҙың һәләк булыуы тураһында хәбәр алдыҡ. Уның менән бергә киткән Ғибат ағайыбыҙ ҙа әйләнеп  ҡайтманы. Беҙҙең Баймаҡ районы Байым ауылынан  һуғышҡа киткән 74 ир-егеттең ни бары 18-е генә ҡайтып килде. Ошо ветерандар иҫән саҡтарында, исмаһам, мәктәпкә осрашыуҙарға килеп, йәш быуынға һуғыш хикәйәттәрен һөйләй, уларҙы үҙҙәре яулап алып биргән матур, етеш тормошта тырышып уҡырға һәм эшләргә, илһөйәрҙәр булып үҫергә саҡыра ине.  Үкенескә күрә, хәҙер уларҙың береһе лә ҡалманы. Шуға күрә хаҡлы ялға сыҡҡас, данлы яу юлы үткән ауылдаштарыбыҙ, тыуған яҡтарыбыҙ хаҡында электән йыйылып килгән бик күп материалдарҙы туплап, китаптар яҙып сығара башланым. Йәш быуын  тыуған яғыбыҙ тарихын, уның данлы кешеләрен белһен, тигән маҡсаттан сығып.

Зөһрә ҠОТЛОГИЛДИНА, шағирә, журналист: Бөйөк Ватан һуғышының  бөтә ил өҫтөнә генә түгел, уның һәр ғаиләһенә ҡағылған афәт шойҡанының ни тиклем аяуһыҙ булыуына “Һуғыш балалары – тарих яралары” тигән йыйынтыҡҡа материалдар туплағанда тағы ла нығыраҡ инандым. Бынан ике йыл элек, Бөйөк Еңеүҙең 65 йыллығын ҡаршылағанда, 65 тыл ветеранынан һөйләткән хәтирәләрҙән төҙөлгәйне ул йыйынтыҡ.
Ҡулдарына ҡорал тота алырҙай ир-егеттәр  фронтҡа китеп бөткәс, тылдағы бөтә эш ҡатын-ҡыҙ һәм бала-саға елкәһендә тороп ҡала. Дүрт йыл буйы барған һуғыштың алғы һыҙығы ҡаҡшамаһын өсөн апай-инәйҙәребеҙ көндө төнгә ялғап эшләй, үҙҙәре, балалары аслыҡтан шешенеп үлгән хәлдә лә бөтә аҙыҡ-түлекте фронтҡа оҙатып тора. Әйткәндәй, Икенсе Бөтә донъя һуғышында Ер йөҙөндә 13 миллиондан ашыу бала һәләк булған, тиҙәр. Ана шулай йәшәй ҙә башламаҫтан уларҙың ғүмере һуғыш тарафынан өҙөлгән, уларҙан тыуасаҡ сабыйҙар ғүмеренә балта сабылған, тамырҙары ҡоротолған. Мин осрашып һөйләшкән тыл ветерандары араһында ирҙәре һәм улдары менән бергә 5-6-шар кеше һуғышҡа киткән ғаиләләр байтаҡ ине.
Көйөргәҙе районының Ялсыҡай ауылында 1925 йылда тыуған минең буласаҡ атайым Сәлимйән Ҡотлогилдин 1942 йылда һуғышҡа китә. Ауыр яралар һәм контузия менән ҡайтып, оҙаҡ ваҡыт Өфө госпиталендә ята. Ауылға инвалид булып ҡайтһа ла шунда уҡ эшкә тотона – тракторға ултыра. Әсәйем Миңһылыу ҙа тракторсы була. 1947 йылда улар өйләнешә.1948 йылда – Миңлегөл апайым, 1951 йылда мин донъяға килгәнбеҙ, ләкин беҙгә атайлы булып, уға арҡа терәп үҫергә насип булманы: һуғыш яралары киҫкенләшеп, атайыбыҙ 1953 йылда, миңә ни бары йәш ярым саҡта вафат була. 28 йәшендә генә генә гүр эйәһе, аңлы тормошомда үҙем бер тапҡыр ҙа “атай” тип өндәшә алмаған атайыма, 25 йәшендә тол ҡалып, аяҡһыҙ булһа ла сирле килеш беҙҙе яңғыҙы аяҡҡа баҫтырған әсәйемә һәм тағы ла ирҙәре, атайҙары һуғыштан ҡайтмаған тол ҡатындарға, етем балаларға, ҡаһарман тыл геройҙарына, уларҙың ҡаҡшамаҫ рухтарына бағышлап, Алла бирһә, Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллыҡ юбилейына  әлеге йыйынтыҡтың өр-яңы вариантын әҙерләргә ниәтләйем. Тереләр өсөн ғибрәт булырлыҡ иҫтәлек-хәтирәләр бихисап, бәғерҙәребеҙгә һуғыш һалған яралар ҙа тере әле…

Дилә ФӘХРИСЛАМОВА, Р.Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика  интернат-гимназияһының 11-се синыф уҡыусыһы: Минең олатайым Фәхрисламов Хабрахман Абдулла улы Әбйәлил районы Үтәгән ауылында тыуған. Атау, Хабрахман һәм Фәйзрахман исемле өс ул тәрбиәләнгән был ғаиләнең татыу һәм матур тормошон Бөйөк Ватан һуғышы емерә. Ғаилә башлығы Абдулла олатайым 1941 йылда фронтҡа алына һәм 1942 йылда батырҙарса һәләк була. 1937 йылда Ҡыҙыл Армия сафына алынған Атау олатай 1941 йылдың 22 июнен Украинала ҡаршылай. Яуҙаштары менән бергә ул фашистарҙың тәүге үлемесле һөжүменә  ҡаршы тора. Капитан дәрәжәһенә күтәрелгән Атау олатайға фронттан әйләнеп ҡайтырға насип бумай, ул Польша биләмәһендә барған ҡаты алыштарҙа һәләк була. 1942 йылда Фәхрисламовтар ғаиләһенән 19 йәшлек Хабрахманды ла һуғышҡа алып китәләр. Ауылдаштары Фәтих Ҡужин, Әсхәт Йәһүҙин, Әкрәм Ғәлләмов кеүек тиҫтерҙәре менән бергә ул фронтҡа китә. Олатайым 214-се дивизияның 780-се уҡсылар полкы составында һуғышҡа инә һәм Сталинград һуғышының башынан аҙағына тиклем ошо мәхшәр эсендә була. Ҡаты яраланғандан һуң 1944 йылдың мартында ул тыуған яҡтарына әйләнеп  ҡайта. Тылда ла олатайыма оло һынауҙар үтергә, һуғыш һәм унан һуңғы ауыр йылдарҙа оло эштәр башҡарырға тура килә. 1945 йылда өләсәйем Камила Ҡәүей ҡыҙы менән тормош ҡороп, 8 балаға ғүмер биргәндәр. Бөгөнгө көндә олатайым  һәм өләсәйем балалары, ейән-ейәнсәрҙәре, бүлә-бүләсәләренең ҡәҙер-хөрмәтен күреп, иғтибарын һәм ихтирамын тойоп ғүмер итә. Амангилде ауыл советы биләмәһендә ҡалған берҙән-бер һуғыш ветераны олатайыма һаулыҡ теләйем һәм Еңеү көнө менән ҡотлайым!

Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА яҙып алды.

Опубликовано в Әйт, тиһәгеҙ... | 1 комментарий

Бөгөнгө көндә хеҙмәт һаман да беренсе урында торамы, әллә уның ҡәҙере киттеме?

Әмир МУСИН, Социалистик  Хеҙмәт  Геройы: Заманалар ниндәй генә үҙгәрештәр кисермәһен, хеҙмәт барыбер кеше тормошондағы иң беренсел ихтыяж һәм изге бурыс булып ҡалырға тейеш, сөнки фәҡәт матди һәм рухи байлыҡтар тыуҙырыусы ижади хеҙмәт кенә кешене кеше итә. Беҙ, мәҫәлән, бала сағыбыҙ һуғыш йылдарына тура килгән быуын, серек картуф ашап, билде биштән  быуып,  бәләкәйҙән эшләп үҫтек. Шуға ла, моғайын, хеҙмәт ҡәҙерен ғүмерлеккә аңыбыҙға һеңдергәнбеҙҙер: тормошобоҙҙо хеҙмәттән башҡа күҙ алдына ла килтермәй инек. Уҡырға ла дәрт-дарман ҙур ине. Мәктәпте тамамлағас, мин Мәскәү психология институтына уҡырға инергә хыялландым, ләкин тормош үҙенекен итә шул: тиҙерәк һөнәр үҙләштереп, эшләй башларға кәрәк ине. Шулай итеп, мин Өфө нефть техникумын һайланым: ятағы бар, стипендия бирәләр, ашаталар – ауыл балаһына тағы ни кәрәк инде? 10 класты бөткәндәргә оҙаҡ та уҡырға түгел. Һәм, ысынлап та, тиҙ арала ҡоролма операторы һөнәренә эйә булып, яңы төҙөлөп ятҡан нефть эшкәртеү заводында эшләй ҙә башланым. Тәүҙә ябай оператор булдым, аҙаҡ, тәжрибә туплағас, ҡоролма начальнигы итеп ҡуйҙылар. Ләкин беҙ  начальник булам тип тә, дан өсөн  дә түгел, ә хеҙмәткә  башҡа мөнәсәбәтте белмәгәнгә күрә шулай эшләнек. Булмышымды  эшемдә тапһам, яҙмышымды ла эшем менән яҙҙым. Әле заманы башҡа, әлбиттә: гөрләп торған завод-фабрикалар туҡтап, колхоз-совхоздар тарҡатылғас, хеҙмәттең дә ойоштороусы, туплаусы роле юғалып ҡалды һымаҡ. Ләкин был тәү ҡарашҡа ғына шулай. Асылда иһә, хеҙмәт һәр кемдең тормош ихтыяжы, намыҫ  ғәмәле булып ҡала килә. Ғаиләне аҫырарға, балаларҙы үҫтерергә, уҡытырға кәрәк – тимәк, эшләргә кәрәк. Балаларҙы иң тәүҙә – ғаиләлә, унан мәктәптә хеҙмәт тәрбиәһенә өйрәтеп үҫтереү фарыз, юғиһә, хәҙер ата-әсә елкәһендә йәшәү, һәр төрлө яман ғәҙәттәргә бәйлелек көсәйҙе. Былар барыһы ла эшһеҙлектән, ялҡаулыҡтан, күңелеңә дауа булырҙай шөғөлөң юҡлыҡтан барлыҡҡа килә лә инде.

Айтуған НИҒМӘТУЛЛИН, менеджер: Бынан алты йыл элек Башҡортостан аграр университетын тамамлап, агроном һөнәренә эйә булып сыҡтым, ләкин күрәм: агрономдарға ҡытлыҡ кисермәй бөгөн ауыл хужалығы. Элеккеләй  диңгеҙ кеүек йәйрәп, тулҡынланып ятҡан иген баҫыуҙары ла һирәк күренеш, ҡолас ташлап эшләп китергә һис форсат булманы. Үҙемдең районға ҡайтып, ҡәрҙәш тейеш бер ағайҙың фермер хужалығында эшләп маташтым “йомошсо малай” булып. Хужа үҙе лә агроном, етмәһә. Туҡтауһыҙ ваҡ-төйәк йомош менән күрше-тирә райондарға, ҡалаға сабыуҙар ялҡытты тамам, ахырҙа, ҡул һелтәнем дә Өфөгә сыҡтым да киттем. Баш ҡалала, үҙегеҙ күрәһегеҙ, һуңғы йылдарҙа бик күп сауҙа комплекстары төҙөлә. Шуларҙың береһендә эшләп йөрөгән иптәш егет үҙе янына саҡырып алды. Менеджер һөнәрен үҙләштерергә тура килде. Әле баҡсасылыҡ һәм хужалыҡ тауарҙары бүлегендә яҡшы ғына эшләп йөрөйөм, эш хаҡы ла зарланырлыҡ түгел. Тырышҡаныңды күрһәләр, баһалап, күтәреп  алырға торалар. Ялҡауланмаһаң, өҫтәмә эш тә күп бында, артыҡ  аҡса кеҫәңде тишмәй. Ялға ҡайтһам, ауылдан киткәнеңә үкенмәйһеңме, тип һорайҙар, ә мин, минән бигерәк әсәйем шатланып бөтә алмай, ауылда ҡалһаң, анау бер нисә класташың менән эскесегә әйләнә инең бит, ти.  Ысынлап та, мәктәп тамамлағас, армияға барып ҡайттылар ҙа, икәүһе шунда уҡ өйләнә һалды – бер ерҙә лә бер көн дә эшләмәне үҙҙәре, ата-әсәләре, бисәләре елкәһендә яталар. Өсөнсөһө  утыҙҙы үтте, һаман өйләнмәгән, әсәһенең пенсияһын эсеп ята, дүртенсе егет ҡыҙмаса башҡа аҫылынып ҡуйҙы. Әйткәндәй, хәҙер әрәмтамаҡтар күбәйеп бара икән. Йәштәрҙең ҡайһылары, эшен дә, ашын да онотоп, баштан-аяҡ виртуаль донъяға бәйләнгән социаль төркөмдө тәшкил итә, тип тә уҡыным яңыраҡ. Улар ҙа ата-әсәләре елкәһендә йәшәй – ҡыҙғаныс. Һеҙҙең һорауға килгәндә, мин, әлбиттә, хеҙмәт яҡлы. Элекке кеүек энтузиазм бик күҙәтелмәһә лә, хеҙмәт үҙенең романтикаһын юғалтһа ла, барыбер уның ҡәҙере бар.  Атай-әсәйҙәр колхозда эшләгәндә, “Хеҙмәт төбө – хөрмәт” тип ҙурлайҙар ине уларҙы. Был әйтем әле лә үҙ көсөндә ҡала, тик уны мин иң тәүҙә үҙ-үҙеңде хөрмәтләү тип ҡабул итәм.

Рәзинә НАСИРОВА, БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының Халыҡты эш менән тәьмин итеү дәүләт идаралығы начальнигы урынбаҫары: Хеҙмәттең тормошобоҙҙа тотҡан урыны беҙҙең идаралыҡ эшмәкәрлеге фонында айырыуса асыҡ сағылыш таба.  Быйыл йыл башынан алып ҡына ла (ғинуар – март) республика мәшғүллек үҙәгенә эш һорап  102 мең граждан мөрәжәғәт итте. Шуларҙың 26,8 меңе эш эҙләүсе сифатында  иҫәпкә ҡуйылды, 58,9 проценты беҙҙең ярҙам менән эшкә урынлашты. Беҙҙең әйткәндәрҙә һандар өҫтөнлөк итер, әлбиттә, ләкин тап ана шул һандар һәм факттар үҙҙәре өсөн үҙҙәре асыҡ һөйләй ҙә инде. Эш эҙләүсе граждандарҙың  84,2  проценты хеҙмәт эшмәкәрлеге менән мәшғүл булмаған, 15,4 проценты уҡыуҙан буш ваҡыттарында эшләргә теләүсе студент һәм уҡыусылар, 7,2 проценты ойошма, предприятие бөтөрөлөү  йәки штат ҡыҫҡартылыу сәбәпле эштән сығарылған кешеләр. Һөнәр һәм квалификация йәһәтенән ҡарағанда, эш эҙләүселәрҙең 47,3 проценты – элекке эшселәр, 23,7 проценты – хеҙмәткәрҙәр, ә инде ошоға тиклем эшләмәгән һәм тәүгә эш эҙләүселәр 29 процент тәшкил итә. 2012 йылдың 1 апреленә республика буйынса 30,2 мең эшһеҙ иҫәптә тора, уларҙың яртыһы тип әйтерлек башланғыс һөнәри һәм дөйөм урта белемгә, шул уҡ күләмдәгеһе юғары һәм урта һөнәри белемгә эйә. Беҙҙә һаман да йәштәр араһында эшһеҙлек проблема булып ҡала, сөнки бының үҙ сәбәптәре бар: һөнәри белем һәм тәжрибә етешмәүе уларҙы хеҙмәт баҙарынан ҡыҫырыҡлай. Мәҫәлән, быйылғы йылдың апреленә республикала 16 йәштән 29 йәшкә тиклемге 7 мең эшһеҙ теркәлгән, шуларҙың 663-ө – профессиональ белем биреүсе уҡыу йортон тамамлаусылар. Идаралыҡ тарафынан ошо йәштәрҙең 6,6 меңе даими һәм ваҡытлыса эшкә йәлеп ителде. Был йүнәлештә эштәрҙе тағы ла йәнләндереү маҡсатында Өфө ҡалаһының халыҡ мәшғүллеген тәьмин итеү үҙәге нигеҙендә  Йәштәр хеҙмәт биржаһы ойошторолдо. Хеҙмәт баҙарындағы үҙгәрештәрҙе, эш биреүселәр һәм эшһеҙҙәр ихтыяжынан сығып, мәшғүллек хеҙмәте эшһеҙҙәрҙе һөнәри әҙерләү, ҡайтанан әҙерләү һәм квалификацияларын күтәреү буйынса әүҙем эш алып бара. Бөгөн хеҙмәт баҙарында иң күп талап ителгәне – эшсе һөнәрҙәре. Улар етештереү өлкәһендә, төҙөлөштә, транспорт һәм элемтәлә, аграр тармаҡта, һаулыҡ һаҡлау һәм хеҙмәттәр күрһәтеү өлкәләрендә талап ителә. Шул уҡ ваҡытта педиатрҙар, терапевтар, зоотехниктар, проектлаусы инженерҙар, инженер-технологтар һ.б. Шуны ла әйтергә кәрәк: юрист, иҡтисадсы һәм финанс йүнәлешендәге белгестәргә ихтыяж кәмене. Теләгән кеше, айырыуса йәштәр, хеҙмәт баҙарында талап ителгән һөнәрҙәргә беҙҙә әҙерлек үтеп, яңы һөнәр үҙләштерә ала. Бөтә һөнәрҙәр ҙә һәйбәт, вакансиялар бар – фәҡәт эшләргә теләк кенә булһын!

Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА яҙып алды.

Опубликовано в Әйт, тиһәгеҙ... | 2 комментариев

Өфөлә һәм республикала ниндәй ҡомартҡыларҙы һәм тарихи урындарҙы беләһегеҙ?

Харис ҒИЛМАНОВ: Республикала ғорурланып һөйләрлек, ситтән килгән ҡунаҡтарға күрһәтерлек тарихи ҡомартҡылар бик күп. Баш ҡалала ғына ла уларҙы әллә күпме һанарға була. Мәҫәлән, Ленин урамындағы Аксаков йортон алайыҡ. 1909 йылда башланған төҙөлөш эштәре 1920 йылда ғына тамамлана. Йорт ике төрлө стилде берләштерә – Ленин урамы яғынан ҡарағанда унда урыҫ классицизмы, ә Пушкин урамынан күҙ һалғанда мосолман, көнсығыш стиле өҫтөнлөк итә. Был йортто төҙөүгә аҡса йыйыу менән ул саҡтағы Өфө губернаторы А.С.Ключарев үҙе етәкселек иткән һәм ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә Өфө байҙарынан 200 мең һум аҡса йыйыуға өлгәшкән. Төҙөлөш өсөн кәрәкле ҡалған 300 мең һум бөтә Рәсәй буйлап йыйылған. 1917 йылғы революциянан һуң был йортта госпиталь, унан һуң драма театры һәм ҡурсаҡ театры, 1928 йылдан Хеҙмәт һарайы булған, ә 1938 йылдан бында Опера һәм балет театры урынлашҡан. Көн дә янынан меңәрләгән кеше үтеп йөрөгән йорт бына ниндәй тарихҡа эйә!
Шулай уҡ бөгөнгө көндә өфөлөләрҙең һәм ҡунаҡтарҙың яратҡан урыны – Ҡунаҡһарай йорто ла бай тарихҡа эйә мәҙәни ҡомартҡы. Ағастан төҙөлгән тәүге Ҡунаҡһарай йорто 1759 йылда янып юҡҡа сыға һәм 1820-1836 йылдарҙа архитектор А.И.Мельников проекты буйынса таштан яңынан эшләнә. Яңы Ҡунаҡһарай йортоноң 56 тышҡы һәм 52 эске һатыу урыны була. Ваҡыт үтеү менән бина ныҡ ҡаҡшай һәм уны бөтөнләй емереп ташлау хаҡында һүҙ алып барыла, ләкин йәмәғәтселектең ҡаршы сығыуы был тарихи һәм архитектура һәйкәлен һаҡлап ҡалырға ярҙам итә. 1996 йылда яңынан үҙ ишектәрен асҡан сауҙа-күңел асыу комплексы 100 йыл элек булған Ҡунаҡһарай йорто кеүек үк эшләнгән. Уйлап ҡарағыҙ: ике быуыт элек тә бында, бөгөнгө көндәге кеүек, берәүҙәр һатҡан, икенселәр һатып алған, өсөнсөләр күңел асҡан.

Гөлнар СӘЛИМОВА: Мин тәү сиратта XIV быуатҡа ҡараған археологик ҡомартҡыны – Хөсәйенбәк кәшәнәһен билдәләп үтер инем. Эҙләнеүҙәр алып барған ғалимдар кәшәнәлә 9 ҡәбер барлығын асыҡлаған.   Ҡыҙғанысҡа күрә, кәшәнә ҙур үҙгәрештәргә дусар булған, ләкин айырым фрагменттарға таянып, уны мосолман йолалары менән яҡшы таныш оҫталар эшләгәнлеген билдәләргә була, ти белгестәр. Шулай уҡ ғәрәп телендәге яҙыу ҙа һаҡланған. Уға ярашлы, кәшәнәлә Башҡортостанда ислам динен таратыусы кеше күмелгән. Хөсәйенбәк кәшәнәһе – мосолмандарҙың айырыуса һанланған изге урыны һәм уның хаҡында барыһы ла, бигерәк тә балалар, белергә тейеш, сөнки үткәненә һәм тарихына ихтирамлы була белгән халыҡтың ғына киләсәге яҡты буласағын онотмайыҡ. Бөгөнгө көндә кәшәнә урынлашҡан Аҡзыяраттың дәүләт тарафынан һаҡланған тарихи ҡомартҡылар рәтенә индерелеүен был йәһәттән оло эш, тип билдәләп була.

Азат СӘЛИХОВ: М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының тарих факультетында уҡыған йылдарҙа Башҡортостандың төрлө төбәгенә археологик ҡаҙыу эштәренә йөрөгән мәлдәр ғүмеремдең иң матур һәм иҫтәлекле хәтирәләре булып һаҡлана. Йәйге сессия тамамланыу менән республиканың төрлө төбәгенә барабыҙ ҙа, мауығып китеп ҡаҙыу эштәренә тотона инек, сөнки табып алған һәр бер әйбер, бәләкәйме ул, ҙурмы, бөтөн көйөнсә һаҡланғанмы йәки ниндәйҙер өлөшө генәме – барыһы ла цивилизация башланғысы кеүек ҡабул ителә ине беҙҙең тарафтан. Ошондай экспедициялар менән беҙ Бәләбәй, Баймаҡ һәм башҡа райондарҙа булдыҡ һәм төрлө әйберҙәр табыу бәхетенә өлгәштек. Бәләбәйҙә, мәҫәлән, Алтын Урҙа осорона ҡараған тәңкә, биҙәүес һәм башҡа әйберҙәргә юлыҡтыҡ. Ғөмүмән, Башҡортостан ере төрлө археологик ҡомартҡылар һәм тарихи урындарға бай төбәк. Ләкин, ҡыҙғанысҡа күрә, уларҙың баһаһын аңлап һәм баһалап бөтмәйбеҙ. Мәҫәлән, Иглин районы Шипово ауылы янында ҡара абыҙ мәҙәниәтенә ҡараған (караабызовская культура), беҙҙең эраға тиклемге 4-се һәм беҙҙең эраның 3-сө быуаты менән билдәләнгән Шипово ҡәберлеге һәм ҡаласығы бар. Ҡәберлек ике өлөштән тора, улар хронология һәм күмеү йолаһы менән айырыла. 4-7 ҡәберлектән торған көньяҡ-көнсығыш өлөшө беҙҙең эраға тиклемге I-IV быуаттарға ҡарай. Бындағы 62 ҡурғандың 23-дә ҡаҙыу эштәре үткәрелгән. Уларҙа һуғыш ҡоралдары, ат  кәрәк-яраҡтары һәм бронзанан эшләнгән биҙәүестәр табылған. Ҡәберлектең көнбайыш өлөшө беҙҙең эраның I-III быуатына ҡарай. Бында иһә 400-ҙән ашыу ҡәберлек өйрәнелгән. Уларҙа башлыса ҡорал, бронза биҙәүестәр, быяла муйынсаҡ һәм быяла һауыт-һаба табылған. Шулай уҡ ҡәберлектән 200 метр алыҫлыҡта майҙаны 150 мең квадрат метрға еткән ҡаласыҡта ла төрлө әйберҙәр табылған. Ә бөгөнгө көндә был уникаль археологик ҡомартҡы урынлашҡан биләмә баҡса бүлемдәре өсөн ҡулланыла. Күҙ алдына баҫтырығыҙ: беҙҙең аяҡ аҫтында беҙҙең быуатҡа тиклем булған тарих ҡыйрала, боронғо мәҙәниәт юҡҡа сыға. Ә үҙ сиратында был урында тағы ла етдиерәк һәм төплөрәк ҡаҙыу эштәре уҙғарып, реставрациялап, музейға әйләндергәндә республика халҡы өсөн дә, туристарҙы йәлеп итеү өсөн дә иҫ киткес урын булыр ине, тип уйлайым.

Гөлназ САФУАНОВА яҙып алды.

Опубликовано в Әйт, тиһәгеҙ... | 1 комментарий

Ни өсөн туҡтауһыҙ янғындар сыға? Төп ғәйепте ҡоролоҡ һәм башҡа стихиялы бәләләргә һылтау дөрөҫмө?

Рәжәп НӘБИУЛЛИН, БР урман хужалығы министры: Рәсәй Хөкүмәте 2010 йылғы ғәҙәти булмаған эҫе  йәйҙәге янғындарҙан һуң урмандарҙы һаҡлауға йөҙ менән боролдо. Хәтерләһәгеҙ, ул йылды Рәсәйҙең Европа өлөшөндә генә лә  22 төбәктә  1 млн. гектар урман һәм 1,2 мең  йорт янды, 50 меңдән ашыу кеше һәләк булды. Илдең  урман фондына килтерелгән зыян 120 млрд. һум тәшкил итте. Шуға күрә лә Рәсәй Хөкүмәте урман хужалығында янғын хәүефһеҙлеген финанслауҙы 5 тапҡырға (11 млрд.һум) арттырҙы, ә төбәктәргә янғынға ҡаршы техника һатып алыу өсөн 5 млрд. һум  күләмендә субсидиялар йүнәлтелде. Беҙгә урман янғындарын һүндереү өсөн 36 берәмек махсус техника бүленде. Бындай техника ярҙамында урманда сыҡҡан янғындарҙың киң таралып китеүенә юл ҡуймай, утты тиҙ арала һүндереүгә өлгәшелде. Әйткәндәй, былтыр янғын һүндереүҙә  1500 кеше һәм 4000 берәмек  техника йәлеп ителде. Янғынды тиҙ арала һүндереү күрһәткесе 89 процент тәшкил итте. Йәғни 80 янғындың 71 осрағын тәүге тәүлектә үк һүндереүгә өлгәшелде. Шуны ла билдәләп үтеү кәрәк: Башҡортостанда  былтыр дөйөм көс менән урман янғындары иҫәбен  2010 йылдағынан 7,5 тапҡырға кәметеүгә өлгәшелде. Башҡа төбәктәр менән сағыштырғанда, Башҡортостанда  урман ҡараусылар штатын нигеҙҙә һаҡлап ҡала алдыҡ. Республикабыҙҙың урман хужалығында  3500 кеше эшләй. Янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеүҙә уларҙың да хеҙмәт өлөшө тос булды. Бынан тыш, БР Урман хужалығы министрлығы составында 442 кешенән торған ҡеүәтле төркөмдәр ойошторолдо, улар теләһә ҡайһы ваҡыт янғын һүндереүгә барып етергә әҙер тора. Министрлыҡ инспекторҙары көн һайын урмандарҙы ҡарап сыға. Янғындарҙы иҫкәртеү маҡсатында урмандарға космик мониторинг алып барыла, видеокамералар  урынлаштырыла, ерҙә һәм авиация ярҙамында патруль эштәре башҡарыла. Йылайыр һәм Хәйбулла райондары янғын сығыу хәүефе көслө булған төбәктәрҙән иҫәпләнә. Бөрйән, Әбйәлил, Белорет райондарында ла янғын хәүефе ҙур.  Был райондарҙа урманға яҡын урынлашҡан 526 тораҡ пункты янғындан һаҡлағыс бураҙналар менән уратып алынған. Кешеләр араһында урман янғындарын булдырмау, уны иҫкәртеү буйынса аңлатыу эштәре алып барыуҙы туҡтатҡаныбыҙ юҡ, сөнки янғын сығыуҙың  90 проценты тап кеше факторына бәйле. Ә бит берәүҙең уйһыҙ-моңһоҙ ғына ырғытып киткән  тәмәке төпсөгө,  ғәмһеҙ туристар йә бесәнселәрҙең һүндермәй ҡалдырған усаҡ осҡоно  ҙур бәлә – янғын сығарып, меңәрләгән гектар  йәшел хазинабыҙҙы  һәләк  итергә һәләтле. Ялҡындың ялы-ҡойроғо юҡ, ти халыҡ. Шуға күрә лә урманда ла, көнкүрештә лә, эшләгән урындарыбыҙҙа ла һәр саҡ уяу һәм иғтибарлы булайыҡ.

Марат БОРХАНОВ, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса идаралығы матбуғат хеҙмәте хәбәрсеһе: БР Хөкүмәте ҡарары менән 1 апрелдән 15 майға тиклем  Башҡортостан биләмәһендә янғынға ҡаршы махсус режим булдырылды. Был сара урман массивтарында янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү күҙәтеүен көсәйтеүгә, урмандарҙа  патруль хәрәкәтен ойоштороуға булышлыҡ итәсәк. Хөкүмәт документында янғынға ҡаршы саралар комплексын бойомға ашырыу тәртибе ҡарала: граждандарҙың урман биләмәләренә сығыуын сикләү, урмандарға яҡын ерҙәрҙә һаҡлағыс бураҙналар ярыу, тораҡ пункттар  ерҙәрен сүп-сарҙан һәм кипкән үләндәрҙән таҙартыу, бөтә муниципаль янғын бүлексәләрендә лә  тәүлек  әйләнәһенә дежурлыҡ итеү, шәхси торлаҡ йорттар милекселәрен шәхси хужалыҡтарында һыу тултырылған һауыттар һәм янғынға ҡаршы эш ҡоралдары менән йыһазландырыуҙы талап итеү, өгөт-нәсихәтте әүҙемләштереү. Янғынға ҡаршы махсус режим осоронда “Торлаҡ” иҫкәртеү операцияһы саралары ла тормошҡа ашырыласаҡ. Йәғни күп балалы ғаиләләр, өлкән йәштәге яңғыҙ граждандар, халыҡтың социаль йәһәттән  имен булмаған ҡатламдары йәшәгән, шулай уҡ  тәғәйен йәшәү урыны булмаған кешеләрҙең тупланыу  урындары махсус күҙәтеүгә алынасаҡ. Республиканың  башҡарма власть органдарына һәм урындарҙағы үҙидара органдарына юлдарҙы, шул иҫәптән һыу сығанаҡтарына үтеү урындарын таҙартыу, бөтә тораҡ пункттарын да телефонлаштырыу, аҙ тәьмин ителгән  һәм күп балалы ғаиләләрҙең, инвалидтарҙың йорттарындағы мейестәрҙе  һәм электр ҡорамалдарын йүнәтеү, янғын хәүефһеҙлеге, хоҡуҡ  һаҡлау органдары, үҙ теләктәре менән янғынға ҡаршы берләшкән төркөмдәр, урындарҙағы үҙидаралыҡ органдары вәкилдәре составында күсеп йөрөүсе төркөмдәр ойоштороу буйынса яуаплылыҡ йөкмәтелә. Мәғлүм булыуынса, былтыр май айында  Рәсәй Дәүләт Думаһы  административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында РФ Кодексы ҡабул иткәйне. Унда янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен һанламаған һәм боҙған өсөн ҙур ғына күләмдә штраф һалыу ҡарала. Янғын хәүефһеҙлеге буйынса ябай ғына ҡағиҙәләрҙе даими иҫтә тотоу – һәр кешенең гражданлыҡ бурысы: урманда ҙур усаҡ яғыуға һәм уны ҡарауһыҙ ҡалдырыуға юл ҡуймаҫҡа; машина майы, бензин һеңгән сепрәк-сапраҡ  кеүек тиҙ тоҡаныусан әйберҙәрҙе, быяла шешәләрҙе  ҡырҙа ташлап ҡалдырыу ҡәтғи тыйыла. Сөнки, мәҫәлән, шул уҡ быяла һауыттың үҙендә ҡояш нурҙарын фокус рәүешендә туплап, линза һымаҡ ҡоро үләндә ялҡын хасил итеү ихтималы барлығын оноторға ярамай – бының ҙур фажиғәгә килтереүе бар. Ғөмүмән, ер-һыуыбыҙ, урмандарыбыҙ һәм төйәк иткән ауыл, ҡала һәм йорттарыбыҙ именлеге күп йәһәттән  үҙебеҙҙең фиғелебеҙгә бәйле.

Илсир ХӘМЗИН, Янғынға ҡаршы федераль хеҙмәттең БР буйынса 28-се отряды начальнигы: Белорет муниципаль районында янғындан һәр төрлө иҫкәртеү саралары даими үткәрелә. “Торлаҡ” операцияһы ваҡытында шәхси хужалыҡтар, күп балалы ғаиләләр, инвалидтар, спиртлы эсемлектәр менән мауыҡҡан граждандар йәшәгән урындар тикшерелә. Янғын хәүефһеҙлеге буйынса 1675 кешегә инструктаж үткәрелде, 2094 кеше уҡытылды. Киң мәғлүмәт саралары аша сығыштар яһала, листовкалар, белешмәләр таратыла. Әлеге ваҡытта Белорет муниципаль районында урман янғыны сығыу хәүефе булған ял урындары, ауылдар иҫәпкә алынған. Янғындан  һаҡланыу һыҙаттары яңыртыла, яңылары эшләнә. Шуныһы үкенесле: ҙур эш алып барылыуға ҡарамаҫтан, районда янғындар һаны кәмемәй. Бер йыл эсендә уртаса 160 янғын сыға. Әле, мәҫәлән, йыл башланыуға ярты йыл да үтмәгән, районда 43 янғын сығып, 1 600 000 һумлыҡ зыян килтерелгән. Янғын ваҡытында 4 кешенең ғүмере өҙөлдө. Янғындарҙың күбеһе торлаҡ йорттарҙа сыға. Ут төртөү, электр приборҙары, ут менән һаҡһыҙ эш итеү, мейес яҡҡанда хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен боҙоу бәлә-ҡазаға килтереүсе төп сәбәптәр  булып тора. Райондың ҙур булыуы янғын подразделениеһы хеҙмәткәрҙәренә һәр саҡта ла 20 минут эсендә янғын урынына барып етергә  мөмкинлек бирмәй. Өҫтәүенә, бөтә ерҙә лә янғын һүндереү машиналарын һыу менән тултырыу мөмкинлеге булмау ҙа ваҡытты юғалтыуға килтерә. Шуға күрә ирекле янғын һағы подразделениелары булдырыу мәсьәләһе бик көнүҙәк бөгөн. Был район янғын һағы гарнизоны эшмәкәрлеген күпкә ҡеүәтлерәк итәсәк.

Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА яҙып алды.

Опубликовано в Әйт, тиһәгеҙ... | 1 комментарий

Тормошобоҙҙа көлкөгә урын бармы?

Фәниә СӨЛӘЙМӘНОВА, Башҡортостандың халыҡ артисы, музыка белгесе: Тормошта көлкөгә һәр ваҡыт урын бар. Көлкө сәләмәтләндереүсе, сихәтләндереүсе көскә эйә. Көлкө булмаһа, кеше ауырлыҡтарға бик тиҙ бирешер ине, донъяның бер ҡыҙығы ла булмаҫ ине. Һуңғы йылдарҙа иллә мәгәр көлкөлө күренештәр бик күбәйҙе. Үҙебеҙҙең төбәкте генә алайыҡ. Ғүмер буйы сәнғәт, музыка өлкәһендә эшләгән кеше булараҡ, ошо юҫыҡта күҙгә салынған ҡайһы бер күренештәрҙән аптырағандан көләһең. Мәҫәлән, бөгөн беҙҙә халҡыбыҙҙа музыкаль культура тәрбиәләүгә ҡул һелтәнгән. Шуға ла бер көнлөк “ҡорама” йырҙар күбәйҙе, уларҙың ни һүҙенән, ни үҙенән көлөргә белмәйһең. Беҙҙең халыҡта юмор тойғоһо ифрат көслө бит ул. Үҙебеҙҙән, әйҙә, көлһәк тә, кеше көлдөрөп тә йәшәмәйек, тиеүем, юғиһә, бөгөн сәхнәләребеҙҙән дә яңғырай ул “йоморо” ғына юмор – ҡарап, тыңлап ултырыуы уңайһыҙ, йомшаҡ итеп әйткәндә. Билдән түбән хаяһыҙ шаяртыуҙарҙы мин хатта юмор тип тә әйтмәҫ инем әле. Режиссерҙар нимә ҡарайҙыр… Һәр нәмәлә сама булған кеүек, көлөүҙә лә сама белергә кәрәктер. Һәр хәлдә, мин үҙем эскерһеҙ, саф юморҙы яҡын күрәм. Тормошобоҙҙа ул йышыраҡ кескәйҙәр донъяһында осрап тора. Балаларҙың һөйләшеүенән ихлас күңелдән көләһең, үҙеңде йәшәреп киткәндәй тояһың. Әйткәндәй, юморҙа бит уның эсенә төрөп бирелгән аҡыл ята, шуны аңларға кәрәк, кеше күңелендә башҡа төр зауыҡ тәрбиәләгән кеүек үк, юмор тойғоһон да тәрбиәләү кәрәк кешелә, сөнки уны аңлап етмәгән зәғиф күңеллеләр ҙә бар бит арабыҙҙа. Ундайҙар рухи яҡтан фәҡир әҙәмдәр рәтенә инәлер, тип уйлайым. Көлә белеп көлгәндәргә йәшәүе лә күңеллерәк бит ул. Бер ағай һөйләй торғайны: “Ғәйнулла минән көлә, мин уның тешенән көләм”,- тип. Шуның кеүек, көләм тиһәң, ҡыҙыҡтар, сәбәптәр күп ул, тик ҡайһы саҡ, кем әйтмешләй, кәзәһенән мәҙәге мөһимерәк: тормоштоң нисек кенә булыуына ҡарамаҫтан, гел турһайып йөрөгәнсе, донъяға йышыраҡ йылмайып бағыуың мең артыҡ!

Урал МОСТАФИН, яҙыусы: Бөгөнгө тормош-йәшәйешебеҙҙәге хәл-ваҡиғалар көлкөнө яңыртты. Хәҙер көлөргәме, иларғамы икәнде лә белеп булмай, сөнки, бер ҡараһаң, иларлыҡ, икенсе ҡараһаң, көлөрлөк күренештәр күбәйҙе. Хужа Насретдиндан һорайҙар икән дә, ниңә һин улай атыңа арт яҡҡа әйләнеп ултырып алғанһың, үҙең йылмайып китеп бараһың, тип. “Алда ниҙәр булырын мин белмәйем, ә бөтә яҡшы һәм ҡыҙыҡлы нәмәләр артта тороп ҡалды бит”,- тип яуаплаған, ти. Шуның кеүек, беҙҙең дә бөтөн ҡыуаныстарыбыҙ, йыуаныстарыбыҙ үткәнебеҙҙә тороп ҡалды һымаҡ тойолоп китә ҡай саҡ. Ысынлап та, ауыҙ йырып нимәгә ҡыуанырға һуң бөгөн? Сабыйҙарҙы урлайҙар, үҫмерҙәр үҙ-үҙҙәренә ҡул һала йә бер-береһен дөмбәҫләй, йә аҙып-туҙып йөрөйҙәр… Исмаһам, күңел асылмаҫмы, тип телевидениенан көлкө тапшырыуҙарын асып ҡарайым, тиһәң, унда шау билдән түбән юмор баҫып алған. Илебеҙҙәге хәл-ваҡиғаларға сарказм менән ҡарамағанда, башҡа төр ҡыуаныстар, ихлас күңелдән ҡысҡырып көлөргә сәбәптәр юҡ. Көлкө бит ул бәрәкәтле тормоштан ҡәнәғәт йәндең ихлас күңелдән сыҡҡан шатлыҡлы ауаздары. Һәр ваҡыт шик-шөбһәләрҙән ҡурҡып-өркөп, иртәгәһе көнгә ышанысһыҙ йәшәгән кеше нисек ихлас көлөп йәшәһен инде! Ирекһеҙҙән күңелемдә ошондай юлдар тыуҙы:
Көн дә генә булып тормай уйын-көлкө,
Тормош беҙгә һоғондора төрлө һыйын.
Әсеһен дә, сөсөһөн дә күп татыһаң,
Көлөү түгел, хатта илауы ла ҡыйын.
Ҡыҙыҡ-мыҙыҡ хәбәр һөйләп көлдөрөрҙәр,
Ярҙам иткән кеше булып – бөлдөрөрҙәр.
Шүрәленең ҡытығына бирешкәндең
Ен-пәрейҙәр ауыҙына төкөрөрҙәр…

Һөйөндөк АҪЫЛОВ, журналист: Көлкө – тормошобоҙҙоң айырылғыһыҙ бер өлөшө ул. Донъяның төрлө ҡатмарлыҡтары аша үткән саҡта, әгәр кеше юмор тойғоһона эйә булһа, ул ысынбарлыҡты еңелерәк ҡабул итә. Ә инде тормоштоң ҡотолғоһоҙ ысынбарлығын нисек бар – шулай ҡабул итһәң, аҡылыңдан яҙырға мөмкин… Юмор тойғоһо кешеләр менән аралашҡанда ла бик кәрәк, сөнки ул көсөргәнешлекте йомшарта, бер-береңде яҡшыраҡ аңларға ярҙам итә. Ҡайһы саҡ тап ана шул юмор кешене төрлө сетерекле хәлдәрҙән дә ҡотҡара. Үҙем менән булған шундай бер хәлде һөйләйем әле. Бер дуҫтың юбилей кисәһе мәжлесенән сығып, бер-ике аҙым атлауым булды, ике яғымда ике “мент” пәйҙә булды. Машиналарына алып килеп ултырттылар ҙа протокол төҙөргә булды былар. Ҡағыҙҙы тултырып бөткәс, күпме эскәнеңде яҙып, ҡул ҡуй, тип протоколды миңә һуҙалар. Иҫерек үк булмаһам да, ҡыҙмаса инем. Тоттом да 99,9 грамм тип яҙып, ҡул ҡуйҙым. Былар ҡаранылар ҙа көлөп ебәрҙеләр. Һүҙ артынан һүҙ китте. Юморлы телмәрем оҡшап ҡалды бит егеттәргә. Һәүетемсә һөйләшә-көлөшә торғас, былар мине йәшәгән йортом янына уҡ килтереп төшөрөп киттеләр, үәт!

Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА яҙып алды.

Опубликовано в Әйт, тиһәгеҙ... | 1 комментарий

Беҙҙең бөтә бәләләребеҙҙең башы битарафлығыбыҙҙа түгелме?

Гөлнур ДӘҮЛӘТЙӘРОВА, “Ашҡаҙар” Стәрлетамаҡ район һәм ҡала гәзитенең баш мөхәррире: Йәнде ҡыйған ул битарафлыҡ күренештәре, үкенескә ҡаршы, аҙым һайын осрап тора. Күптән түгел Өфөлә булғанда күргәндәрем дә ошоға бик урынлы миҫалдыр, тием. Ҡайҙа-ҡайҙа, ә баш ҡалабыҙ йөрәге булған Салауат Юлаев һәйкәле майҙансығында ҡыйылды күңелем. Тап шунда тирмә-магазин эшләп тора бит. Ситтән килеүсе ҡунаҡтар ҙа унда мотлаҡ инеп сыға. ‘Ағиҙел” художество берекмәһе етештергән башҡорт сувенирҙары һәм башҡа төр милли тауарҙар һатыла бында. Беҙ сәк-сәк менән баллап-тәмләп сәй эсеп алайыҡ тип ингәйнек унда. Ҡолаҡҡа ятышһыҙ сит ил музыкаһы менән ҡаршы алып, бөтөнләй кәйефте ҡырҙылар. Сәй ҡайғыһы китте, әлбиттә. Башҡорт тирмәһендә ниңә туған моңдарыбыҙ ағылмай? “Үҙебеҙҙең йүнле йырҙар бармы ни һуң? Башҡорт йыры яҙмалары юҡ бит”, – тип аптыратты һатыусы туташ беҙҙең һорауға ҡаршы. Ниңә был хәл башҡаларҙы борсомай, ниңә башҡалар ҙа тирмә-магазин хужаларынан ошо ябай ғына, еңел генә тормошҡа ашырыр һорауға яуап талап итмәй икән? Был майҙанда күберәк беҙҙең милләттәштәр, радио-телевидение журналистары ла йөрөп ята бит. Тимәк, битарафлыҡ көслө. Бер аҡыл эйәһе әйткән бит: “Дошманыңдан ҡурҡма, һуңғы сиктә ул һине үлтерәсәк икәнен беләһең, дуҫыңдан да ҡурҡма, һуңғы сиктә ул һине һатасаҡ икәнен дә беләһең, битарафтарҙан ҡурҡ, донъялағы барлыҡ насарлыҡтар уларҙың өнһөҙ ризалығы менән тормошҡа ашырыла”, тип. Дөп-дөрөҫ. Бындай битарафлыҡ менән ҡайҙа килеп төртөлөрбөҙ икән? Ишембайҙағы башҡорт-төрөк кухняһындағы менюға иғтибар итә ҡуйҙым бер саҡ. Уның хужаларының “фантазияһы” һушыңды алырлыҡ: мосолман аштары ашханаһында сусҡа итенән шешлек тәҡдим итәләр! Шул уҡ ваҡытта сағыштырыу өсөн Стәрлетамаҡтағы үзбәк-төрөк ашханаһын килтерә алам. Башҡортостан ҡалаһында эшләп тороуҙарына ҡарамаҫтан, үзбәктәр үҙ рухтарына тоғролар: фәҡәт үҙҙәренең аш-һыуын әҙерләйҙәр, көнө буйы үҙҙәренең йыр-моңдары яңғырап тора. Бына бит нисек эшләргә була! Теләһәк, сәмләнһәк, беҙҙең дә бөтә нәмә ҡулдан килә. Анау тиклем ығы-зығы, тартҡылаштан һуң да һаҡлап ҡала алдыҡмы Торатауыбыҙҙы? Башҡаларын да бирмәбеҙ емерергә – тик саҡ ҡына уяуыраҡ, сәмлерәк һәм, иң мөһиме, берҙәмерәк булайыҡсы, туғандар.

Камила БАЯЗИТОВА, Әлшәй районы Ибрай ауылы: Һорау урынлы ҡуйыла. Эйе, бөтә бәләләребеҙ битарафлыҡтан килә. Ана шул битрафлыҡ арҡаһында берҙән-бер байлығыбыҙ – еребеҙҙән дә яҙып барабыҙ. 14 мартта “Юлдаш” радиоканалындағы бер тапшырыуҙа: “Әлшәй районында ерҙәр һатылып бөткән, ауылдар халҡына мал көтөргә лә урын ҡалмаған”, – тигән һүҙҙәр яңғырағайны. Ысынлап та, мин быны үҙебеҙҙең Ибрай ауылы миҫалында ла раҫлай алам. Ауылыбыҙҙан саҡрым ярым самаһы урында ғына ситтән ниндәйҙер инвестор килеп, тауыҡ фермаһы төҙөп ята. Мине борсоғаны – ул ферма тирә-яҡ мөхитебеҙҙе һәм бигерәк тә Дим йылғаһын бысратасаҡ. Урындағы шәкәр заводының етештереү ҡалдыҡтары ағып төшөп, Дим былай ҙа ныҡ ҡына бысратыла, хәҙер инде тауыҡ фермаһы ла өҫтәһә… Ферма бит йылғаны ғына бысратып ҡалмаясаҡ: еребеҙ ҙә ҡулланыуға яраҡһыҙ булып ҡаласаҡ, һауабыҙ ҙа һуларлыҡ булмаясаҡ. Заманында Йоматау шифаханаһының яңы корпусын төҙөүҙә ҡатнашҡан кеше булараҡ, әйтә алам: унан 15 саҡрымда ятҡан Авдон ҡошсолоҡ фермаһының “хуш еҫе” танауҙы ярып килә торғайны. Ә бында ферма ауылға терәтеп тигәндәй төҙөлә һәм…бер кем бер ни өндәшмәй. Халыҡ менән һөйләшә башлаһаң, шул асыҡлана: кемдер эштән бушатырҙар тип, кемдер бала-сағаһы, үҙ хәүефһеҙлеге өсөн ҡурҡа, ә кемдер, ғөмүмән, битараф: бөгөн йәшәһә, иртәгәһен ишәк ҡайғыртһын, тип барыһына ла ҡул һелтәгән. Ана шул битарафлыҡ арҡаһында район хакимиәтенең элекке башлығы Фәнил Вилданов төҙөткән һәм гөрләп эшләп торған май, сыр, икмәк заводтары юҡҡа сыҡты ла инде. Ауылға зыяндан башҡа бер ни килтермәйәсәк тауыҡ фермаһына ҡарағанда, әлеге ошо заводтарҙы тергеҙеү эш урыны ла, таҙа ризыҡ та, өҫтәмә килем дә бирер ине…
Өфөнән күсеп ҡайтыуыма һигеҙ йыл инде, шунан бирле ауылымда тәртип, таҙалыҡ өсөн бер үҙемә тиерлек көрәшергә тура килә. Ҡайҙа етте – шунда сүп түгәләр, зыярат ташландыҡ хәлдә ине. Эште шунан башларға тура килде. 40-лап кеше йыйылдыҡ та зыяратты таҙарттыҡ: 6 йөк ҡый, сүп-сар сығарып түктек. Ауыл халҡынан аҡса йыйҙым, кәрәкле материалдар һатып алдым. Хәҙер зыяратты кәртәләп, буяп, төҙөкләндереү эшенә тотонмаҡсыбыҙ.

Ғарифулла ИШБИРҘИН, һуғыш һәм хеҙмәт ветераны: Мине йәш һәм урта быуын вәкилдәренең үҙ сәләмәтлектәренә генә түгел, хатта ғүмерҙәренә битарафлығы аптырата. Бөгөнгө көндә мин үҙәк гәзиттәрҙе асып ҡарарға, телевизор тоҡандырырға ла ҡурҡыбыраҡ торам: һәр һанда, һәр тапшырыуҙа, суицид “эпидемияһы”, ти ҙә хәбәр ҡуйырталар. Йәнәһе лә, замана касафаты, тормош ауырлығына сыҙамайҙар, имеш. Һәм ошо сәбәп арҡаһында уйлап та тормай, Аллаһы Тәғәлә бүләк иткән иң изге, иң ҡәҙерле нәмә – ғүмерең менән хушлашсәле… Беҙ, өлкән быуын, аңлай торған фәлсәфә түгел был. Тормош ҡасан еңел булды һуң, йә, әйтегеҙ әле? Беҙҙең бала саҡ һәм үҫмер йылдары ғәрәсәтле һуғыш йылдарына тура килде – шулмы еңел булды? Дөрөҫ, беҙ эштән бушаманыҡ, шуға ла үҙ-үҙеңә ҡул һалыу кеүек яҙыҡ, гонаһ уй башҡа ла инеп сыҡмай ине, суицид тигән һүҙ ҙә булманы. Хәҙер ҙә бит эшләйем тигән кешегә юлды берәү ҙә бикләп ҡуймаған. Бөгөн бер гәзиттән бөтөнләй икенсе йөкмәткеле мәҡәлә уҡып ҡыуандым: баҙарҙа сумка, футболкалар һатып эш башлап ебәргән бер егет хәҙер күренекле генә эшҡыуар булып киткән, тик ул изгелекле Хоҙай бәндәһе булып сыға, капиталын сит ил банкыларына йәшереп һалып ҡуймай, ә сиркәүҙәр төҙөргә бирә, ғәрип-ғөрәбәгә ярҙам итә. Балаһы ла, үҙе лә инвалид булған Силәбелә йәшәгән бер яңғыҙ әсәгә ошо эшҡыуар әллә ҡайҙағы Мурманскиҙан үҙе килеп, ике бүлмәле фатир һатып алып бирә. Силәбенең кеше яҙмышына битараф түрәләренә ниндәйен дә һабаҡ була ул! Хәйер, ябай халыҡ тормошона битараф чиновниктар беҙҙең үҙебеҙҙә лә кабинет һайын. Бөтәбеҙгә лә мәрхәмәтле эшҡыуар ярҙам итеп бөтә алмаҫ – бер-беребеҙгә битараф булмайыҡ.

Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА әҙерләне.

Опубликовано в Әйт, тиһәгеҙ... | 2 комментариев

Өфөбөҙҙә ниндәй етешһеҙлектәрҙең төҙәтелеүен, ниндәй үҙгәрештәрҙең тормошҡа ашырылыуын күрергә теләр инегеҙ?

Рәсимә УРАҠСИНА, яҙыусы, педагог: Өфөгә 1962 йылда интернатҡа уҡырға килгәйнем. Ауыл балалары өсөн баш ҡалабыҙ бик ҙур, матур тойола ине. Шул ваҡыттан алып беҙ уның менән бергә үҫтек. Хәҙер бына уға ярты быуат ғүмер үтеп тә киткән. Баш ҡалабыҙ шулай күҙ алдында үҫте, матурланды, төҙөкләндерелде. Әйткәндәй, уны йәшелләндереүгә беҙ, интернат балалары ла, үҙ өлөшөбөҙҙө индерҙек. Дәрестәрҙән һуң ҡулдарыбыҙға – көрәк, соҡор ҡаҙыу өсөн кәйлә тотоп, Октябрь проспектына сығабыҙ ҙа ағастар ултыртабыҙ. Әҙер үҫенте булмаһа, яҡындағы урмандан үҫентеләр ҡаҙып алып килә инек. Хәҙер мин, үкенескә күрә, ҡала урамдарына йәки үҙҙәре уҡыған мәктәп тирәһенә ағас ултыртып йөрөүсе уҡыусыларҙы күргәнем юҡ. “Зеленхоз” эшселәре лә күбеһенсә сәскәләр ултыртыу йәки ҡороған ағастарҙы ҡырҡыу менән генә шөғөлләнә. Ә бит ҡартайған, сирле ағастар урынына яңыларын ултырта барырға кәрәк.
Ҡаланы йәшелләндереү хеҙмәтенең заманса һәм милли дизайны булырға тейештер, тип уйлайым. Мәҫәлән, нишләп әле Өфөбөҙҙә “Урал батыр” эпосы менән бәйле берәй парк йә тәбиғәт мөйөшө булдырмаҫҡа? Унда эпос геройҙарын һынландырырға мөмкин, тере һыуҙы сағылдырған кескәй генә шишмә йәки фонтан бәреп торһон. Бына тигән ял урыны ла, балалар өсөн белем сығанағы ла булыр ине ул. Шул уҡ “Аҡбуҙат”ыбыҙҙы ла үҙенсәлекле итеп  һынландырып булыр ине. Хатта ки урам һепереүсегә һәйкәл бар  баш ҡалабыҙҙа, ә ниңә рухи ҡиммәттәребеҙҙе  мәңгеләштереүҙән тартынабыҙ? Балалар баҡсаларын, мәҙәниәт усаҡтары биналарын  тирмә рәүешендә төҙөп, ишектәрен, ҡапҡаларын милли орнаменттар менән биҙәп ҡуйыу ҙа ҡалабыҙ йөҙөнә ҡабатланмаҫ  бер биҙәк булыр ине. Милли колорит йәһәтенән мин Ҡаҙағстандың баш ҡалаһы Астананы миҫалға килтерер инем. Ҡаҙаҡтар бер нигә ҡарап тормай, баш ҡалаларын үҙ рухына, тарихына ярашлы итеп, шул уҡ ваҡытта заманса стилдә төҙөй, уны хәҙер танырлыҡ та түгел.

Фирүзә ИШБИРҘИНА, хеҙмәт ветераны: Ҡалалағы етешһеҙлектәрҙе барлай башлаһаң, бында бит бик күп өлкәне күҙҙән үткәрергә тура килә: уның тышҡы күренешен, төҙөклөгөн, таҙалығын, тәртип  хәлдәрен, сауҙа, юл-транспорт торошон, хеҙмәтләндереү сифатын һәм башҡаларҙы. Ситтән килгәндәрҙең күҙенә  ниҙәр салыналыр – уныһы миңә ҡараңғы, ә бына ҡала тормошо менән ҡайнап, ошонда йәшәгән  кеше булараҡ, иң тәүҙә шуны әйтмәй булдыра алмайым. Һуңғы осорҙа  Өфөлә асарбаҡтар күбәйҙе. Ике ҡулдарына ла моҡсайҙарын тотоп, алама , бысраҡ сумкаларын артмаҡлап, сүп-сар араһында соҡоноуҙары  етмәгән, хәҙер улар аптекаларҙы һәм парфюмерия магазиндарын да үҙ итеп алды. Шуныһы  ла ғәжәп: һатыусылар уйлап та бирмәйенсә уларҙың бысраҡ ҡулынан тиндәрҙе иҫәпләп алып, спиртлы арзан төнәтмә йә лосьон биреп сығарып ебәрә.  Бындай асарбаҡтар икәү-өсәүһе бер булып, өймәкләшеп йөрөйҙәр. Ҡарап тороуға үҙ-үҙҙәрен аҫырай, эшләй алырлыҡ  һау-сәләмәт ир-егеттәр, ә бына шундай хурлыҡлы “рәхәт тормош”ҡа һалышҡандар. Был күренеште бөтөрөп булмағанда ла, уларҙың  йүнле кешеләр рәтендә йәмәғәт урындарында бер ниндәй оялыуһыҙ йөрөп  ятыуын бер аҙ сикләп булмаймы икән ни?..
Мине борсоған тағы ла күп кенә мәсьәләләрҙең береһе – ҡала урамдарында  юл-транспорт  хәрәкәте ҡағиҙәләренең йыш һәм тупаҫ боҙолоуы һәм ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәренең  кәрәк саҡта кәрәк урында бер ҡасан да булмауы. Мин бында автоһәләкәттәрҙе күҙҙә тотмайым, быныһы  машинаһыҙ бер аҙым атларға йыбаныусы  эшем эйәләренең үҙ проблемаһы. Автомашиналарҙың ҡырмыҫҡа иләүендәй ҡайнап тороуы арҡаһында ҡала экологияһына  килтерелгән енәйәтсел зыян тураһында ла түгел һүҙем. Йәйәүлеләргә  хәүеф-хәтәрһеҙ генә тротуарҙан  йөрөү  мөмкинлеге лә бөтөп килә бит – бына шул борсой. Тротуарға рәт-рәт итеп  арҡыры теҙеп  ҡуялар машиналарын – йәйәүле хет осоп йөрөһөн. Буйтым ҡыҫтапмы ҡыҫтайҙар, өҫтөңә менеп киләләр. Урам хәрәкәте көсөргәнешле булған хәүефле урындарҙа, исмаһам, юл инспекцияһы  йә полиция посы булдырһындар ине.

Марат ИШМӨХӘМӘТОВ, халыҡ табибы, Бөрйән районы: Мин Өфөлә йыш ҡунаҡ. Үҙ ҡарашымдан сығып, ҡала халҡының холоҡ-ғәҙәттәрен аңлайым да һымаҡ, ләкин ҡайһы саҡ миңә улар йәл дә булып китә. Аңлатып бирәйем. Бер саҡ шулай төндә Октябрь проспектындағы йорт янында торам. Тап ошонда табан  “Ашығыс ярҙам” машинаһы  килә. Бына ул туҡтаны ла, водитель менән врач төшөп, эргәләге йорттарҙың номерын эҙләй башланы. Был “процедура”ға улар  алтынға тиң  12 минут ваҡытын  әрәм итте, әгәр ауырыу ауыр хәлдә булһа, был ваҡыт уның  ғүмерен ҡотҡарыуға етәсәк ине. Үкенескә ҡаршы, улар кәрәкле  йорт номерын  барыбер таба алманы. Бәхеткә, изге күңелле бер үткенсе уларға юл өйрәтеп ебәрҙе. Өфөләге йорттарҙың яртыһынан күбеһенең номерҙары юҡ икәнен беләм. Үҙҙәренә кәрәкле йортто таба алмай йөрөүселәрҙе һәм бигерәк тә таксистарҙы йыш осратырға тура килә. Ә баш ҡала ҡунаҡтарына нишләргә? Ҡалалағы бөтә йорттарға ла асыҡ итеп ҙур һандар менән номер һуғып сығыуы ҡыйын микән ни? Күп ҡатлы йорттарҙың лифттарында ла ҡайһы фатирҙың нисәнсе ҡатта икәнлеген яҙып сығыу яҡшы булыр ине.
Ҡала халҡының һаулығы өсөн ҙур хәүеф тыуҙырыусы  афәт хаҡында ла бер нисә һүҙ әйтеп китәйем.  Ул – ҡала атмосфераһын баҫып киткән һәм уны ағыулы ау ише сорнап алған автомобиль һөрөмө. Бынан  бер биш йыл элек кенә әле мин бында ул ҡәҙәре лә ҡуйы һөрөм күрмәй инем, ҡар ҙа ап-аҡ ине Өфөлә. Хәл шулай дауам итһә, был һөрөм тиҙҙән ҡала халҡының тын юлдарын, үпкә-бауырҙарын, бөйөрҙәрен дә  ҡаплап аласаҡ бит. Мөхтәрәм ҡала хужаларына, улар иңенә  бөгөндән  онкология үҙәге, хоспистар төҙөү бурысы йөкмәтелмәҫ борон, өфөлөләрҙең  ғүмеренә янаған ошо афәткә ҡаршы ашығыс саралар  күрә башларға кәрәк.
Тағы ла бер мәсьәлә. Иғтибар итәһегеҙҙер: күп ҡатлы йорт алдары тотош машина менән ҡапланды – йөрөү түгел, аша үтеү өсөн дә юл юҡ. Ә бит йорт алды машиналар ҡуйыу өсөн тәғәйенләнмәгән бер ҙә. Бында балалар уйнарға, ҡарт-ҡоро сығып эскәмйәлә ял итеп ултырырға тейеш. Унан, донъя булғас, төрлөһө була: йә мебель ташыусы (күсенеүселәрҙең) йөк машинаһы, йә  сүп-сар  таҙартыусы техника, йә баяғы “Ашығыс ярҙам” һәм, Алла һаҡлаһын, янғын машиналары килеүе ихтимал. Ә йорт янына юл  бикле. Минең тәҡдим: бындай баш-баштаҡлыҡтарға закон нигеҙендә сик ҡуйырға – штраф түләтергә, машиналарын дөйөм  туҡталҡаға мәжбүри алып китергә, башҡа саралар күрергә кәрәк. Шунһыҙ тәртип булмаясаҡ.

Фәүзиә ИҘЕЛБАЕВА әҙерләне.

ӘЙТКӘНДӘЙ…
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, әйҙәгеҙ, ошо теманы дауам итеп, баш йортобоҙ Өфөләге үҙегеҙгә оҡшаған һәм оҡшамаған күренештәр, урындар, шулай уҡ өфөлөләрҙең тәртибе, үҙ-ара мөнәсәбәттәре тураһында яҙып ебәрегеҙ әле. Һеҙҙең фекерҙәр, тәҡдимдәр гәзитебеҙҙең һәр һанында “Баш йортта…” тигән рубрикала даими урын алыр, тип өмөтләнәбеҙ. Хаттар, шылтыратыуҙар көтәбеҙ.

Опубликовано в Әйт, тиһәгеҙ... | 2 комментариев

Ҡатыныңды, балаларыңдың әсәһен, ниндәй сифаттарына ҡарап һайланың йәки һайлаясаҡһың?

Шәһит ХАММАТОВ, М.Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актеры: Ер йөҙөндәге 7 миллиард кеше араһында бер-береңде табыу, үҙ яҙмышыңды осратыу, әлбиттә, ҡыуаныслы һәм мөғжизәле күренеш. Аллаға шөкөр, миңә был бәхет йылмайҙы. Кәләшем мине тормошҡа яуаплы ҡарауы, зарланып, күңеле төшөп йөрөмәүе, алсаҡлығы һәм, әлбиттә, ҡала мөхитендә тәрбиәләнгән булыуына ҡарамаҫтан, рухлы булыуы менән арбаны. Шулай уҡ дәртле, маҡсатлы, тормошто яратыусанлығы ла күңелемә хуш килде. Бер ҡасан да йөҙөн боҙмай, төрлө ситуацияла кеше менән алсаҡ булып ҡала белә, һәр мәсьәләгә, күренешкә үҙенең фекере бар. Күҙенән осҡондар сәсрәтеп, көлөп ебәреүе, самалы ғына шаянлығы – барыһы ла нәҡ уны тормош юлдашым итеп һайлауға булышлыҡ иткәндер, тим. Ә был сифаттар ҡайҙан килә һуң? Әлбиттә, тәрбиәнән һәм күп осраҡта әсә тәрбиәһенән килә. Әсә – ул йорт усағын һүндермәй һаҡлаусы, ил терәге, шуға күрә балаларыңдың буласаҡ әсәһен һайлау яуаплы эш икәнлеген оноторға ярамай ир-егеткә.
Әйткәндәй, ир менән ҡатын бер-береһенең эшен, һөнәрен һәм тормош позицияһын аңлағанда һәм хөрмәт иткәндә генә матур һәм бәхетле ғаилә усағы тоҡандырырға була. Шуға күрә, хистәр донъяһына башкөллө суммай, һалҡын ҡанлылыҡ һаҡлап, уйлап-самалап эш итеү дөрөҫөрәктер, сөнки тәүге тойғолар бер аҙ һүрелгәс, донъяуи мәшәҡәттәр менән осрашҡас, ҡорған ғаиләнең нигеҙе ҡаҡшауы мөмкин. Ғаилә ҡорғанда тағы ла бер мөһим нәмә хаҡында оноторға ярамай: ул да булһа, тормош иптәшеңде үҙ милләтеңдән һайлау. Әлбиттә, һөйөү тойғолары милләткә ҡарап килмәй, ләкин тормош юлын бергә үтәсәк кешегә маңлай күҙе менән түгел, ә күңел күҙе менән ҡарау мөһим. Тик шул саҡта ғына беҙ башҡорт ҡыҙҙарының өҫтөнлөгөн күреү һәләтенә эйә буласаҡбыҙ.

Рәис ЙОМАҒОЛОВ, эшҡыуар, Магнитогорск ҡалаһы: Кәләшем үҙенең аҡылы, нәфислеге, гүзәллеге, мөләйемлеге менән йөрәгемде яуланы. Ир-ат ҡатын-ҡыҙҙы тәү күргәндә нәҡ ошо сифаттарына иғтибар итәлер, тип уйлайым, сөнки беренсе осрашыуҙа кешенең күңелен үтә күреп, йөрәгендә ниндәй уйҙар йәшәгәнлеген аңлап булмай, барыһы ла ике бәхетле йөрәк яҡыная килә асыла һәм нәҡ ошо “асыштар” менән дә мөхәббәт матурлана һәм нурлана, буғай. Артабан буласаҡ ҡатынымдың йомшаҡ күңелле, инсафлы, саф булыуы уға ҡарата һөйөүемде арттырҙы. Шулай уҡ уның юғары белемле булыуы, өс сит телдә яҡшы аралашыуы, эш һөйөүсәнлеге, дини булыуы, миңә һәм туғандарыма ҡарата яҡшы мөғәмәләһе һәм башҡорт милләтенән булыуы ла уға өйләнеүемдә үҙ ролен уйнаны. Бөгөнгө көндә уның миңә яҡшы ҡатын, улыма һәйбәт әсәй булыуын күреү тормош юлдашы итеп һайлап яңылышмағанлығымды раҫлай. Эштән ҡайтыуыма ҡатынымдың йылмайып-көлөп, тәмле аш-һыуы менән ҡаршы алыуы көнө буйы йыйылған арыу-талыуҙы ҡул менән һыпырып алғандай юйып ташлай, ә уның хәлдәремде һораша-һораша, улыбыҙҙың көндәлек ҡаҙаныштарын һөйләй-һөйләй янымда сәй яһап ултырыуы тормошома мәғәнә өҫтәй.

Илмир ИСЛАМҒОЛОВ, Сургут ҡалаһы: Мин әлегә өйләнмәгәнмен. Яңыраҡ ҡына әрме хеҙмәтенән ҡайтып, “Әрменән һуң бар ҡыҙҙар ҙа матур, уңған һәм һөйкөмлө”, тигән фекер шауҡымында йөрөгән саҡ. Шулай ҙа был оҙаҡҡа һуҙылмаҫ һәм меңдәр араһында үҙемдең яҙмышымды осратып, бәхетле ғаилә ҡоророма ышанам. Тормош юлдашы итеп һөймәлекле, аҡыллы, уңған ҡыҙҙы күрергә теләйем. Тағы ла унда юмор һәм рухи матурлыҡ булыуы ла тәүшарттарҙың береһе. Юморҙы аңлаған кеше ауырлыҡтарға бирешеп, төрлө сетерекле проблемалар алдында баҙап ҡалмай, ә бар хәлдән дә дәрәжә һаҡлап, абруй менән сыға белә. Ә кешелә рухи матурлыҡ булмаһа, уның бар булған яҡшы сифаттарын юҡҡа сығарырға мөмкин, сөнки нәҡ ошо һыҙаттан кешелеклелек, тормошто яратыу, эргәңдәге кешене аңлай белеү кеүек донъя көткәндә бик кәрәк сифаттар ярала. Шулай ҙа иң мөһим шарт – буласаҡ ҡатынымдың тәмәке тартмауы һәм араҡы эсмәүе. Ҡыҙғанысҡа күрә, эскән-тартҡан ҡыҙҙар ҙа осрай һәм улар янында егеттәр ҙә күп кеүек. Ләкин быларҙың барыһы ла алдаҡ, сөнки егеттәр улар менән бары тик күңел аса, ә өйләнеү өсөн насар ғәҙәттәрҙе үҙ итмәгән ҡыҙҙарҙы һайлай.
Шулай ҙа йөҙ матурлығы минең өсөн бер ниндәй ҙә әһәмиәткә эйә түгел, тиһәм, бик үк дөрөҫ булмаҫ, сөнки ир-егет, тәү сиратта, күҙ менән ярата икәнлеге күптән билдәле. Ләкин иҫ киткес, ҡарап туймаҫлыҡ матур ҡыҙҙың да алдан әйтеп үткән сифаттары булмаһа, иртәме-һуңмы уның менән тормош юлдары айырыласаҡ, тип уйлайым. “Матурлыҡ туйҙа кәрәк, уңғанлыҡ көн дә кәрәк”, тигән мәҡәл мәсьәләнең бар ысынбарлығын асыҡ яҡтырта. Шуға күрә, һуш китерлек матур булмаһа ла, күңелемдә урын табырлыҡ ихлас кеше булһа һәм мине яратһа, һис икеләнмәй үҙемдең икенсе яртым итеп ҡабул итәсәкмен.

Наҙгөл САФИУЛЛИНА       яҙып алды.

Опубликовано в Әйт, тиһәгеҙ... | 3 комментариев

Буласаҡ ил Президентының, төрлө кимәлдәге депутаттар корпустары әһелдәренең төп кешелек сифаттары ниндәй булырға тейеш, тип уйлайһығыҙ?

Ғәлим ХИСАМОВ, яҙыусы: Яҡшы сәйәсмән иң тәүҙә тыуған Ватаны һәм туған халҡы тураһында уйларға тейеш. Дөрөҫөн әйткәндә, уларҙың бөтөн маҡсаты һәм ынтылышы ошо ерлектән йүнәлеш алырға һәм ошо мәнфәғәткә хеҙмәт итергә тейеш. Ил Президентлығына дәғүә итеүсе кандидаттар, шулай итеп, үҙ программаларын илһөйәрлек принцибынан сығып төҙөргә тейеш. Ысынлап та, был юлы кандидаттарҙың һәр береһе программаларына милләт мәсьәләләрен индереп, үҙҙәренең илһөйәрлеген һәм телһөйәрлеген дә күрһәтте һымаҡ. Ә ошоно уҡ беҙ РФ Дәүләт Думаһы, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай һәм башҡа кимәлдәге депутаттарҙан да талап итә алабыҙмы?
Беҙ Рәсәй дәүләтенең именлеген һәм тотороҡлолоғон, уның сафлығын тәьмин итеү маҡсатында төрлө милләт халыҡтарының берҙәмлеген, уларҙың телдәрен, мәҙәниәтен һәм йола-традицияларын һаҡлауға йүнәлтелгән сәйәсәттә торған Президент яҡлыбыҙ. Сөнки Рәсәй үҙенең күп милләтле халҡы менән ҡеүәтле. Ошоно аңлап, илдең төп хазинаһын тәшкил иткән төрлө милләт халыҡтарының илһөйәрлек традицияларын үҫтереүгә, үҙ илен һаҡлауға ынтылыштарын яҡлауға йөҙ тотҡан ил башлығы, асылда, Рәсәйҙең бөйөклөгөн, бөтөнлөгөн һәм ныҡлығын һаҡлай, тигән һүҙ. Әлбиттә, теге йәки был мәсьәлә буйынса беҙ һәр ваҡытта ла ил Президенты менән бәйләнешкә инә алмайбыҙ, уның ҡарауы депутаттар корпусы аша диалогка инеү мөмкинлеге бар, сөнки депутат – ул халыҡтың ышаныс белдереп һайлап ҡуйылған вәкиле. Үкенескә ҡаршы, бөгөнгө көндә депутаттарҙың бына ошо тура тәғәйенләнеше онотола бара, шунлыҡтан власть менән халыҡ араһында диалог юғала. Депутаттар үҙен юғары власҡа күтәргән халыҡ тауышын ишетмәй ҙә, уның йәшәйешен, ихтыяждарын белмәй ҙә, күрмәй ҙә. Депутатлыҡҡа ынтылыуҙың башҡа төрлө сәбәптәре өҫтөнлөк алды, күптәр өсөн был иң тәүҙә шәхси мәнфәғәттәрен хәл итеү, байлыҡ туплап ҡалыу кеүек хәстәрлектәр сараһы. Ә инде юғары власть менән халыҡ араһында элемтә, аралашыу ебе өҙөлә икән, бындай ил яйлап космополитизм һәм глобализмға йүнәлеш ала. Мәҫәлән, телебеҙ торошон ғына алып ҡарайыҡ. Рус теле бит тотош инглиз теле терминдары менән сыбарлана бара. Башҡа өлкәләрҙе әйтеп торорға ла түгел. Мәғариф, мәҙәниәт буйынса проекттарҙа торған һайын көнбайыш өлгөләренә өҫтөнлөк бирелә. Ил башлығы патриот булған илдә бындай йүнәлешкә юл ҡуйылырға тейеш түгел. Урыҫ милләте үҙ илендәге башҡа милләттәрҙе ҡурсыуға ала икән, ошо уҡ милләт халыҡтары бөйөк Рәсәйҙе, тимәк, урыҫтарҙы ла көслө итәсәк бит. Беҙ урыҫ менән әлмисаҡтан бергә йәшәйбеҙ, урыҫ телен яратабыҙ, уны ҡабул иткәнбеҙ, был телдә иркен һөйләшәбеҙ, ләкин шул уҡ ваҡытта үҙебеҙҙе лә онотмайбыҙ. Беҙ берҙәмлек менән көслөбөҙ. Бына ошонда тыуа ла инде илһөйәрлек тойғоһо.

Мөхәмәт ҒАРИПОВ, хеҙмәт ветераны: Буласаҡ ил Президенты әйткән һүҙендә тора белгән, иленә, халҡына тоғро, намыҫлы шәхес булырға тейеш, тип уйлайым. Һайлау алды бәйгеһендә ҡыҙып китеп алтын тауҙар вәғәҙә итеүселәр ҙә була, үкенескә күрә, тик халыҡтың да хәҙер ярайһы ғына күҙе асылды, шөкөр. Тормошҡа ашмаҫтай вәғәҙәләрҙе ул шундуҡ тотоп ала. Шуға күрә булмаҫтайҙы тылҡыған кандидаттарҙың халыҡ күҙенән төшөп ҡала барыуы хәйерлерәк. Ил президентлығына кандидаттарҙың һайлау алды программаларын өйрәнгәндә мин иң тәүҙә илебеҙ именлеген һәм бөтөнлөгөн тәьмин итеү буйынса күреләсәк саралар пункттарын эҙләйем. Шуларҙың араһында “Рәсәй Федерацияһының аҙ һанлы аҫаба халыҡтарының үҫеше өсөн шарттар булдырыу” тигән бәләкәй генә һөйләм йөрәгемә майҙай яғылды. Тик әлеге лә баяғы – вәғәҙәнең ҡоро һүҙ булып ҡалыуы ла бик ихтимал, шуға күрә иң тәүҙә кандидаттарҙың үҙҙәренең кешелек сифаттарына, үҙ-үҙҙәрен тотошона, ҡылған ғәмәлдәренә, бынан алдараҡ һөйләгән хәбәрҙәренә лә ҡарарға һәм шунан ғына ныҡлы ҡарарға килергә кәрәк. Булдыҡлы, тынғыһыҙ, намыҫлы һәм илһөйәрлек сифаттары менән айырылып торған шәхес өсөн тауыш бирәйек, тим.
4 мартта шулай уҡ Өфө ҡала Советы депутаттарын да һайлаясаҡбыҙ, шуға ошо мәсьәләгә лә туҡталып үтәйем. Гәрсә Өфөлә тыуып үҫмәһәм дә, ғүмеремдең өстән ике өлөшө, йәғни 40 йылдан ашыу хәҙер Өфөлә йәшәйем, ул минең тыуған ҡалама әүерелде, мин унһыҙ башҡа берәй ерҙә йәшәүемде күҙ алдыма ла килтерә алмайым. Өҙөлөп яратам мин Өфөмдө! Шуға күрә лә мин уның киләсәгенә битараф ҡала алмайым. Ә уның киләсәге туранан-тура ҡала башлыҡтарының һәм уның ярҙамсылары – ҡала Советы депутаттарының кешелек сифаттарына бәйле. Башлыҡ менән, шөкөр, мәсьәлә уңай хәл ителде: йәш, эшлекле һәм баш ҡала тормошо менән һәр йәһәттән хәбәрҙар етәксе килде. Ҡала Советы депутаттары итеп тә беҙ тап ана шундай сифаттарға эйә булған кешеләрҙе һайларға тейешбеҙ. Иң мөһиме – улар халыҡтан өҫтөн түгел, ә уға яҡын торһондар, йәғни баш ҡала халҡын борсоған мәсьәләләргә йөҙ тотҡан, ҡала хужалығын яҡшы белгән намыҫлы, эшсән кешеләрҙе күрге килә улар сафында. Баш ҡалабыҙҙы, тимәк, Башҡортостаныбыҙҙы донъя кимәлендә билдәлелек яуларҙай бейеклеккә алып сығырлыҡ, булдыҡлы патриоттарҙы күрге килә ҡала депутаттары йөҙөндә. Өфөбөҙҙө меңәрләгән башҡа ҡалаларҙан үҙ милли йөҙө булған гүзәл, шул уҡ ваҡытта башҡа мегаполистарҙан ҡалышмаған ҡеүәтле ҡала итеү маҡсаты тора. Ситтән килгән ҡунаҡтар бит иң тәүҙә ҡаланың тышҡы йөҙөнә, биҙәлешенә иғтибар итә. Шуға күрә лә Өфө ҡалаһының милли колоритын булдырыу буйынса фекерҙәр туплап, ошо йүнәлештә эш алып барылһын ине. Ҡала Советына депутатлыҡҡа кандидаттар араһында төрлө кешеләр бар. Улар араһында депутат мандатын үҙ мәнфәғәттәрен хәл итеүсе файҙалы “кенәгә” итеп күреүселәр ҙә, сәйәси лозунгылар ҡысҡырып, теге йәки был фирҡә файҙаһын ҡайғыртыусылар ҙа бар, ләкин ҡала Советына сәйәсмәндәр ҙә, “түрә-депутаттар”ҙа, почетлы президиум ағзалары ла түгел, ә аныҡ эштәр башҡарыуға ниәтләнгән профессионалдар, яңы фекерле һәм киң ҡарашлы хужасыл шәхестәр кәрәк. Улар үҙҙәренең Өфөнө ысынлап та яратыуҙары, кеселекле һәм кешелекле, намыҫлы сифаттары менән айырылып торһондар.

Урал МОСТАФИН, яҙыусы: Ил Президенты – тимәк, илдә төп хужа. Ә хужа ниндәй – ил шундай. Президенттың, минеңсә, эше лә, һүҙе лә бер булырға тейеш. Вәғәҙә бирҙеңме – үтә, ә үтәй алмаҫлыҡ вәғәҙәне бирмә. Илдәге хәлдәр менән хәбәрҙар булһын, ярҙамсылары һүҙенә генә ышанмаһын, халыҡ араһына сығып, аралашып, хәлде үҙе күреп-белеп торһон. Икенсе яҡтан, тағы ла гел халыҡ араһында булам, тип, үтә ваҡланып китеү ҙә килешмәй. Тағы бер мөһим сифат – ул ҡатылыҡ һәм ҡәтғилек (ыңғай мәғәнәлә, әлбиттә). Бының менән ни әйтмәксемен? Бай ҡатламдарҙан һалым түләтеү күләмен арттырыу мәсьәләһе күпме сәйнәлеп килә, ә хәл ителмәй. Халыҡтың, бигерәк тә уҡыусы балаларҙың, студенттарҙың йыл да берәй сюрприз менән башын ҡатырып, аңҡы-тиңке итеүсе мәғариф министры Фурсенконы халыҡ күптән эштән ебәреү яғында булһа ла, ул һаман креслоһында ҡала килә. Бына ошоноң кеүек миҫалдарға урын булмаҫҡа тейеш.
Ҡатылыҡ, тигәндән, был коррупция, уғрылыҡта фашланған чиновниктарҙың башынан һыйпап тороуға ла ҡағыла. Ғәйепле икән, тимәк, ул – енәйәтсе, ә енәйәтсенең урыны – төрмә. Хәҙер беҙҙә, киреһенсә, нисек тә күберәк енәйәтсене төрмәнән сығарыу яйы ҡарала. Был принципһыҙлыҡмы, әллә ил хужаһына популярлыҡ өҫтәмәүсе башҡа берәй ғәләмәтме? Һәр енәйәт үҙ язаһын алырға тейеш.
Ныҡлыҡ, тигәндән, туҡтауһыҙ хаҡтар артыуы шулай уҡ ил хужаһы файҙаһына түгел бит. Хаҡтар сәйәсәтенә сик ҡуйыу – ана шул ныҡлыҡ ҡына түгел, ә хужасыллыҡ, халыҡ мәнфәғәтен хәстәрләү, кешелеклелек, намыҫлылыҡ кеүек сифаттар тураһында һөйләр ине.
Урындарҙағы депутаттар, атап әйткәндә, бигерәк тә Өфө ҡала Советы депутаттарына ла ошо уҡ сифаттар хас булырға тейеш, сөнки, халыҡ әйтмешләй, оло йортта ни ҡылынһа – кесеһендә лә шул булыр.

Фәүзиә ИҘЕЛБАЕВА яҙып алды.

Опубликовано в Әйт, тиһәгеҙ... | 5 комментариев